Бөрйән районының Яуымбай ауылында йәшәүсе эшҡыуар Фирғәт Мөхәмәт улы Хәйбуллиндың ғаиләһе бағыусылыҡ менән күптән шөғөлләнә. Әле лә илебеҙҙәге киҫкен хәлгә битараф ҡалмай, әҙ булһа ла үҙ ярҙам-өлөштәрен индерергә ниәт иткән улар - Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарына "Нива" автомобиле ебәрергә ҡарар иткән.
Кеше ауыр саҡта һынала шул. Барлыҡ ауылдаштары, райондаштары эшҡыуарҙың ихтирамға лайыҡ был аҙымын хуплап, уға рәхмәт белдерә, үҙҙәренә һаулыҡ, ғаиләһенә татыулыҡ, именлек, илгә тыныслыҡ теләй. Афарин, яҡташтар!
Фото: шәхси архивтан.