Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
17 Март 2023, 12:30

Еңеү менән ҡайтығыҙ, яҡташтар!

Билдәле йырсы һәм композитор махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә яңы йырын бағышлаған. Асыҡланыуынса...

Еңеү менән ҡайтығыҙ, яҡташтар!
Еңеү менән ҡайтығыҙ, яҡташтар!

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Туҡтағолов яңылыҡ менән бүлешкән: ул өр-яңы йыр яҙған һәм уға видеоклип эшләгәндәр.

Һүҙҙәрҙең авторы – Даян Теүәлбаев, көйөн Артур Туҡтағолов яҙған. Йыр ике телдә – русса һәм башҡортса яңғырай.

Артур Бәҙри улы әйтеүенсә, был йыр илебеҙҙе яҡларға киткән ир-егеттәребеҙгә бағышлана.

“Яҡташтарыбыҙҙың һәммәһе тыуған яҡтарыбыҙға иҫән-hау еңеү менән ҡайтһын! Беҙ улар өсөн борсолабыҙ, көйәбеҙ һәм һәр саҡ изге теләктәрҙә ҡалабыҙ!”, - ти йырсы һәм композитор.

Ватансылыҡ рухы менән һуғарылған йыр “Беҙ ҡайтырбыҙ!” тип атала.

Фото һәм видео: Артур Туҡтағолов.

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: