Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
30 Апрель 2023, 20:00

Доставаловсылар ҡайтты!

Бөгөн Өфөнөң Совет майҙанында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең сираттағы ялға ҡайтҡандарын тантаналы рәүештә ҡаршы алдылар. Өфөнән, Стәрлетамаҡ, Күгәрсен районы... ҡайһы ҡала райондан ғына юҡ ине. Иң мөһиме: уларҙың барыһы ла тыуған яғын һағынып ҡайтҡан. Егеттәрҙең барыһы ла Доставалов исемендәге башҡорт батальонында хеҙмәт итә.

Доставаловсылар ҡайтты!
Доставаловсылар ҡайтты!

Яугирҙәр ике аҙнаға ҡайтты. Һәммәһен дә яҡындары ҡаршы алды.

Егеттәр үҙҙәре билдәләүенсә, үткән ярты йыл еңел булмаған, дошман көслө, әммә беҙҙекеләр бирешмәй, атакаға яуап ҡайтарып, алға барған!

Мәҫәлән, “Дема” позывнойлы яугир һөйләүенсә, башҡорт яугирҙәре хәрби операцияла үҙҙәрен сыҙамлы, батыр рухлы итеп күрәһәтә алған. Улар хеҙмәт иткән взводта 28 кеше дошман менән алыша, өс БМП-3 менән ҡаршы торалар.

Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: яҡташтарыбыҙҙың барыһы ла бар, республика ярҙам итеп тора, егеттәр был йәһәттән Башҡортостан етәкселеге һәм халҡына рәхмәт еткерҙе.

Тантаналы күрешкәндән һуң яугирҙәребеҙ яҡындары менән өйҙәренә ашыҡты – тыуған тупһаны, ҡәҙерле кешеләрен һағынғандар!

Хәҙер иһә яҡшы итеп ял итеп, яңы көс тупларға ҡала.

Валерий Шахов фотолары.

Доставаловсылар ҡайтты!
Доставаловсылар ҡайтты!
Доставаловсылар ҡайтты!
Доставаловсылар ҡайтты!
Доставаловсылар ҡайтты!
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: