Махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ялға ҡайтып килеүсе яугир милләттәшебеҙҙе бөгөн гәзитебеҙ редакцияһында хөрмәтләп ҡаршы алдыҡ!
Тыуған илебеҙҙе һаҡлап намыҫлы хеҙмәт итеп йөрөгән батыр ошо арала ғына Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығынан “Хәрби отличник” һәм “Батырлыҡ өсөн” миҙалдарына лайыҡлы булды.
Әйткәндәй, хәрби хеҙмәттә саҡта ла З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын ситтән тороп уҡып бөткән ҡурайсы яугир, бөгөн инде юғарыраҡ бүлеккә һынау тоторға ниәт иткән. Әлбиттә, ул бөгөн редакцияға ла ҡурайы менән килде һәм ҡурайсы дуҫы менән бергәләп байрам кәйефе бүләк иттеләр. Ҡайҙа ғына барып, ниҙәр генә күрһә лә ҡурайынан, башҡорт моңонан айырылмаған, ошондай рухлы һәм талантлы яугир яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ, яҡшы ялдар теләйбеҙ һәм дә иҫәнлектә-именлектә еңеү менән ҡайтыуын көтөп ҡалабыҙ!
Тулыраҡ, гәзиттең киләһе һанында.
Фотолар: “Башҡортостан” гәзите.