Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
24 Июнь 2023, 18:20

Бөгөн – Рәсәй йәштәре көнө

Тырыштарға юлдар асыҡ.

Бөгөн – Рәсәй йәштәре көнө
Бөгөн – Рәсәй йәштәре көнө

Башҡортостан менән Ҡытайҙы дуҫлыҡ ептәре нығыта

Был фотоһүрәттәге йәштәр, ҡарап тороуға, тиҫтерҙәренән бер нимәһе менән дә айырылмай. Яҡындан танышҡас ҡына, уларҙың ниндәй шәп, алдынғы, маҡсатлы булыуын аңлайһың. Күптәргә өлгө булырлыҡ ҡыҙ һәм егеттәр менән таныштырырға теләйбеҙ. Үҙенсәлектәре нимәлә тиһәгеҙ, улар бер нисә телдә иркен аралаша. Сит телдәрҙе белеү тормошта яңы офоҡтар асҡанын барығыҙ ҙа яҡшы аңлайҙыр. Розалина Ғәлиева, Эльдар Ғәйнетдинов һәм Владислав Крылов донъялағы иң ҡатмарлы телдәрҙең береһе – ҡытай телен яҡшы белә һәм башҡаларҙы ла өйрәтә. Был йәштәр үҙҙәренең онлайн-мәктәбен асырға ниәтләнә.

 

Маҡсаттары алға әйҙәй

Розалина Ғәлиева инглиз, немец һәм ҡытай телдәрендә иркен аралаша. Тәржемәсе һәм ҡытай теле уҡытыусыһы. Розалина Ғәлиева Өфө ҡалаһында тыуып үҫкән һәм йәшәй. Башҡорт дәүләт университетында белем алып, бакалавр дәрәжәһенә эйә була, Ҡытайҙа магистратураны тамамлай. Өс йыл дауамында Башҡорт дәүләт педагогия университетында һәм Өфө дәүләт нефть техник университетында ҡытай теленән уҡыта. Әлеге мәлдә тәржемәсе-фрилансер булып эшләй һәм ҡытай телен интернет аша өйрәтеү менән шөғөлләнә. Ҡытай менән хеҙмәттәшлек иткән бер нисә ҙур Рәсәй нефть-газ һәм төҙөлөш компаниялары менән техник тәржемә өлкәһендә даими һәм әүҙем эшләй. Шулай уҡ Урал аръяғы республика форумында ҡытай сауҙа компаниялары вәкилдәренең тәржемәсеһе сифатында ҡатнаша.

БДУның роман-герман филологияһы факультетында лингвист тәржемәсегә уҡығанында сит ил студенттары менән алмашыу нигеҙендә Ҡытайҙа уҡыу мөмкинлеге тыуа. Унда инглиз телен ныҡлап үҙләштерергә барған ҡыҙ ҡытай телен өйрәнеп ҡайта. Тырыш ҡыҙ Тибет медицинаһы үҙәгендә тәржемәсе һәм ҡытай теле уҡытыусыһы булып эшләй башлай. Артабан махсус грант отоп, Ҡытайға магистратураға юллана. Унда ҡытай телен сит тел аудиторияһында уҡытыу йүнәлешен тамамлай. - Педагог булараҡ, мин шуны әйтәм: ҡытай теленә ҡыҙыҡһыныу көндән-көн арта. 2017 йылда өлкәндәр, йәғни утыҙ йәше тулған кешеләр өсөн төркөмдәр ойошторҙом. Ҡытай телен өйрәнеү менән хобби булараҡ ҡыҙыҡһынған илле йәште үткәндәр ҙә бар ине. Хәҙер иһә тел менән ҡыҙыҡһыныусылар бермә-бер артты. Уларҙы өс төркөмгә бүлеү дөрөҫ булыр. Беренсеһе – балалар, мәктәп уҡыусылары. Икенсеһе –студенттар һәм һуңғыһы, – Азия, көнсығыш мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынған кешеләр, – тип һөйләй Розалина.

Уның бар күңелен һалып башҡарған хеҙмәтенең, тырышлығының емештәре лә байтаҡ. Уҡыусылары урта һәм юғары кимәлгә халыҡ-ара имтихандар тапшыра, араларында Ҡытайға уҡырға ингән студенттары ҙа бар, улар хәҙер ҡытайса иркен аралаша.

Алдына ҙур маҡсат ҡуйған ҡыҙ әлеге мәлдә махсус техник лексиканы үҙләштерә һәм тәржемә менән шөғөлләнә. “Юғары уҡыу йорттары студенттары Ҡытай менән хеҙмәттәшлек итеү тәжрибәһенә эйә кешеләрҙе ишетергә теләй, – ти ул, – Нефть һәм газ йүнәлешле техник йүнәлештәр менән эшләү өлкәһендә тәржемәсе-практик кешеләр кәрәк.

Розалина Ғәлиеванан сит телдәрҙе өйрәнергә теләүселәргә кәңәштәр:

  • Уҡытыусыны дөрөҫ һайлағыҙ, ул һеҙгә остаз ғына түгел, дуҫ та булһын, сөнки тел – ул ҡағиҙәләр йыйылмаһы түгел, һеҙҙең уҡытыусығыҙ менән уртаҡлашырға әҙер булған уй-фекерҙәрегеҙ ҙә.
  • Һеҙҙе уҡытҡан кеше сит тел белгесе булырға тейеш, сөнки педагог һәм ниндәйҙер телдә һөйләшә белгән кеше араһында айырма ҙур.
  • Һәр ваҡыт тәжрибә тупларға һәм үҙегеҙ өйрәнгән ил тураһында күберәк белергә тырышырға кәрәк. Шул ерлектә эшләп алырға йәки сәйәхәт итергә мөмкинлегегеҙ юҡ икән, кинофильмдар ҡарарға кәңәш итер инем.
  • Шуны аңлау мөһим: сит тел – ул бер ай, хатта бер йыл өйрәнәһе эш түгел. Тел – күп яҡлы, сикһеҙ киң төшөнсә һәм һәр ваҡыт өйрәнмәгән, тикшермәгән темалар ҡаласаҡ. Телде үҙ тормошоғоҙҙоң бер өлөшө итеп түгел, ә яҙмышығыҙ булараҡ ҡабул итегеҙ.

 

Ул – ҙур бизнес тәржемәһе

Ҡытай теле уҡытыусыһы Эльдар Ғәйнетдиновҡа – 25 йәш. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, дәүләт һәм ҙур бизнес тәржемәсеһе. Ҡытайҙа әлеге көндә бик популяр “Дипломатия еле” сериалында төшөргә лә өлгөргән.

Ҡытай телен үҙләштерә башлау тарихы бик ҡыҙыҡлы уның. Тәүҙә Өфө архитектура һәм төҙөлөш колледжында “Ҡала төҙөлөшө” специальносын ала. 2016 йылда эшҡыуарҙарҙың конгресс-холда үткән форумына бара. Унда спикер булараҡ билдәле эшҡыуар сығыш яһай. Залда – яҡынса 2500 кеше. Сығыш яһаусы залғыларҙан инглиз телен белгәндәрҙе һорай, тыңлаусыларҙың өстән ике өлөшө тора баҫа. Шунан ул: “Ә кем ҡытайса һөйләшә?, – тип һорай. Эльдар тирә-яғына ҡарай һәм бер кем дә тормағанын күрә. Шул мәлдә ул үҙенә ҡытай телен өйрәнергә тигән маҡсат ҡуя. Яңы теләк менән янып ҡайтҡан егет ошо телгә өйрәткән махсус сығанаҡтар эҙләй һәм үҙаллы өйрәнә башлай. Бөгөн Эльдар дәүләт кимәлендәге һөйләшеүҙәрҙе эҙмә-эҙлекле тәржемәләй, шулай уҡ илдең ҙур предприятиелары менән хеҙмәттәшлек итә. Һуңғы әһәмиәтле эштәренең береһе – Сибай ҡалаһында инвестиция һабантуйында Ҡытай делегацияһын тәржемәсе булараҡ оҙатып йөрөгән.

“Республикабыҙға килгән ҡытайҙар Башҡортостан менән танышыуҙың тәүге көндәрендә үк бында бик күп ҡыҙыҡлы күренештәр барлығын билдәләй. Улар, билдәле булыуынса, бик тыйнаҡ һәм рухлы. Сибайҙағы инвестиция һабантуйына килгән ҡунаҡтар милли мәҙәниәткә генә түгел, халҡыбыҙҙың ҡунаҡсыллығына ла хайран ҡалды. Шулай уҡ урындағы аш-һыуҙы ла баһалап, тәбиғи ризыҡтарыбыҙға һоҡланды. Тәүге тапҡыр яңы һауылған һөт эсеп ҡаранылар. Ҡымыҙ, йылҡы итен дә беренсегә ауыҙ иттеләр", – тип һөйләне Эльдар. Ә Ҡытайҙа башҡорттарҙы уйғыр тип уйлауҙары мөмкин икән, сөнки үҙҙәрендәге уйғырҙар ҡиәфәттәре менән беҙҙең халыҡҡа бик оҡшаған.

Эльдар Ғәйнетдинов, тәржемәсе эшенән тыш, онлайн-дәрестәр ҙә алып бара. Уның клиенттары – ҡытай телен өйрәнгән уҡыусылар, ҙур заводтар һәм компания белгестәре. Уҡыусылары араһында өфөләр аҙыраҡ, уның дәрестәрен башлыса Санкт-Петербург, Мәскәү ҡалаларынан һәм Европанан алалар. Бер уҡыу йылында Ҡытайҙағы юғары уҡыу йортона инергә әҙерләнергә мөмкин, әммә юғары һөҙөмтә Ҡытайға барған осраҡта ғына буласаҡ, тигән фекерҙә уҡытыусы. - Ҡытай телен рус һәм инглиз телдәренә ҡарағанда өйрәнеү еңелерәк. Ни өсөн тигәндә, унда килештәр, ҡылым һөйкәлештәре кеүек төрлө ҡатмарлы грамматик төшөнсәләр юҡ”, – тине дүрт йылдан ашыу ҡытай телен уҡытҡан Эльдар.

 

Уңыш серен белә

Инглиз һәм ҡытай телдәрен камил белгән Владислав Крылов был телдәр менән сикләнеп ҡалмай, әлеге мәлдә немец телен дә өйрәнә.

Мәктәпте тамамлағас, БДУ-ның роман-герман филологияһы факультетына уҡырға инә һәм унда тәржемәсе булыу өсөн үҙенең кимәлен яҡшырта. III курста уҡығанында Work & Travel программаһы буйынса АҠШ-ҡа бара. Унда биш ай самаһы була. III курстан һуң, студенттар менән алмашыу программаһына ярашлы, Ҡытайға юллана һәм ошо ил халҡының телен өйрәнә башлай. Ҡайтҡас, шөғөлөн үҙаллы дауам итә.

Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, ҡытайҙар менән эшләгән компанияға эшкә урынлаша, Ҡытайға командировкаларға күп йөрөй, күп заводтарҙа була, хакимиәт башлыҡтары менән осраша. Тәржемәсе булып 12 йылдан ашыу эш тәжрибәһе осоронда ҡайҙа ғына эшләмәй ул. 2014 йылда Сочи ҡалаһында Олимпиадала, 2016 йылда Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта хоккей буйынса донъя чемпионатында Швейцарияның ир-егеттәр йыйылма командаһының тәржемәсеһе була һәм уларҙы оҙатып йөрөй. Дөйөм алғанда, Владислав Крылов Ҡытайҙа биш йыл самаһы эшләгән. Күпмелер ваҡыт Францияла, АҠШ-та, Төркиәлә, Индонезияла йәшәп ҡайтҡан.

Күп телдәрҙе белеү ул һәләтме, әллә тырышлыҡмы? Был һорауға Владислав былай ти: “Был өлкәгә ҡарата нәҫелдән йә юғарынан бирелгән һәләт факторы бар әлбиттә. Әммә профессиональ кимәлгә етеү өсөн үҙ өҫтөңдә туҡтауһыҙ эшләргә, белемеңде даими камиллаштырырға кәрәк, шул саҡта ғына уңыш йылмая”.

Әлеге көндә Владислав Ҡытай менән сауҙа хеҙмәттәшлеге, Рәсәйҙә Ҡытай компанияларының, сит ил инженерҙарының эштәрендә тәржемәсе ярҙамын күрһәтә. Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙә сит ил ҡунаҡтарын ҡабул итеүҙе ойоштора. Эш сәфәре барышында уларҙы оҙатып йөрөй.

Тәржемәселәрҙең эшмәкәрлеге илдәр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләй, етештереү продукттары, сәнғәт һәм мәҙәниәт, фәнни ҡаҙаныштар менән алмашыуҙы ғәмәлгә ашыра. Улар йәмғиәттең асыҡлығына булышлыҡ итә һәм уны бәйләүсе булып тора. Хәҙерге заман программалары һәм компьютер технологиялары ни тиклем алға китһә лә тәржемәсе һәр ваҡыт кәрәкле һөнәр булып ҡала.

Фото: vk.com/gain_edd, vk.com/rosalinero, vk.com/id230579355

Бөгөн – Рәсәй йәштәре көнө
Бөгөн – Рәсәй йәштәре көнө
Бөгөн – Рәсәй йәштәре көнө
Бөгөн – Рәсәй йәштәре көнө
Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас: