Рузил мобилизацияға ҡатыны өсөнсөгә ауырлы саҡта эләгә. Ә бына ул бәпес тыуғас, ир өлөшлөтә мобилизациянан азат ителеү мөмкинлеген ала.
Ҡатыны был мәсьәләлә ярҙам һорап, Дәүләт Думаһында төҙөлөш һәм закон сығарыу буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Ирина Панькинаға мөрәжәғәт иткән.
Яңыраҡ Рузил МХО биләмәһенән өйөнә ҡайтарылған. Ғаилә 10, 8 йәшлек һәм 4 айлыҡ өс малай тәрбиәләй.
Ошо көндәрҙә яңы тыуған бәпес менән ҡотларға, яугир менән осрашырға депутат уларҙың өйөнә килгән, һәм атайға гражданлыҡ бурысын намыҫлы үтәгәне өсөн рәхмәт әйткән.
“Ирина Александровна иремде ҡайтарыу барышын контролдә тотто, һәр ваҡыт беҙҙең менән бәйләнештә булды. Был кешеләр менән эшләүҙең ҙур миҫалы”, тип һөйләгән Әлфиә.
Фото: ”Моя Уфа”.