Радий Хәбиров Өфөләге Дуҫлыҡ монументына сәскә һалды
Бөгөн, Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың Рус дәүләтенә үҙ ирке менән ҡушылыуҙың 400 йыллығы хөрмәтенә күтәрелгән Дуҫлыҡ монументына сәскә һалды.
Һәйкәлгә нигеҙҙе 1957 йылда һала башлағандар, ә уны тантаналы асыу 1965 йылда уҙғарылған. Ул рус һәм башҡорт халыҡтарының бөйөк туғанлығын һынландыра.
Халыҡтар берҙәмлеге көнө беҙҙең йөрәктәргә, эштәргә ныҡлы инде. Иртә таңдан беҙ ҡотлауҙар алабыҙ, үҙебеҙ тәбрикләйбеҙ, - тип билдәләне Радий Хәбиров. – Был ябай булмаған ваҡытта кешеләрҙең берләшеүен күрәбеҙ. Ә бергә булһаҡ, беҙ һәр ваҡыт көслөрәкбеҙ.
https://resbash.ru/news/obshchestvo/2023-11-04/radiy-habirov-vozlozhil-tsvety-k-monumentu-druzhby-v-ufe-3506579