Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
20 Ноябрь 2023, 21:10

Радий Хәбиров хәрби хәрәкәттәр барышында яраланған яугирҙәр менән осрашты

20 ноябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы  Радий Хәбиров хәрби бурыстарын үтәгәндә яраланған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән осрашты. Көн үҙәгендәге һорау – хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡандарҙы реабилитациялау һәм уларҙы төбәктең йәмәғәт тормошона йәлеп итеү.

- Беҙгә МХО-ла ҡатнашыусыларға, унда яраланғандарға ярҙам итеү системаһының нисек эшләүен аңлау мөһим. Ниндәй ярҙам кәрәклеген, ниндәй саралар һөҙөмтәлерәк булыуын, ҡайһыларын эшләп бөтөргә икәнлеген аңлау кәрәк, - тине Радий Хәбиров. – Беҙҙә, дөйөм алғанда, 30 төрлө ярҙам сараһы үҫешкән. Уларҙың үтәлешенә беҙ ҙур сумма бүләбеҙ. Бынан тыш, Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин инициативаһы буйынса, “Ватанды һаҡлаусылар” фондының филиалын булдырҙыҡ. Уның ярҙам үҙәктәре Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Сибайҙа, Нефтекамала эшләй.

Төбәк етәксеһе республика бөтә яҡташ яугирҙәрҙе, уларҙың ата-әсәләрен, яҡындарын хәстәрләйәсәген белдерҙе.

Осрашыуҙа “Ватанды һаҡлаусылар” фондының төбәк филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина МХО ветерандары менән үҙ-ара бәйләнештәре тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, белгестәр төрлө йүнәлештәр буйынса эш алып бара: социаль, медицина, административ мәсьәләләрҙе хәл итеү, власть менән бәйләнеш булдырыу, йәмәғәт проекттары, мәғлүмәт биреү.

Әлеге ваҡытта фонд структураһында 50-нән ашыу социаль координатор эшләй, улар бөтәһе 10 меңдән күберәк мөрәжәғәт эшкәрткән. Тиҙҙән фонд филиалының колл-үҙәге эш башлаясаҡ.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар етди яра алған хәрбиҙәрҙе комплекслы реабилитациялау системаһын үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе.

МХО ветерандарын социалләштереү һәм артабан эшкә урынлаштырыу буйынса ла мәсьәлә ҡаралды. Республика был йүнәлештә ярҙам итәсәк, тип аңлатма бирҙе төбәк башлығы. Бында һүҙ йәмәғәт ойошмаларында эш, уҡытыу, яңынан уҡытып алыу, Республика халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге аша предприятиеларҙа вакансия эҙләү, шулай уҡ спортҡа йәлеп итеү тураһында бара.

Мәғлүмәт һәм фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/172222.html

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: