Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
15 Март , 20:00

“Өс улым да фронтта”

Стәрлетамаҡта өс яугир әсәһе тауыш бирҙе.

“Өс улым да фронтта”
“Өс улым да фронтта”

Һайлауҙарҙың беренсе көнөндә үк халыҡ әүҙем тауыш бирә башланы. Хатта әле һайлау участкалары асылмаҫ элек, теүәл итеп әйткәндә, иртәнге һигеҙенсе яртыла халыҡ һайлау участка ишектәре төбөндә тора ине инде.

Көн дауамында халыҡ ағылды һәм улар араһында кемдәр генә юҡ ине: төрлө һөнәр эйәләре, төрлө милләт вәкилдәре, төрлө яҙмышлы кешеләр –әммә уларҙың барыһын да, иң мөһиме, бер теләк-оран берләштерҙе: илебеҙҙең киләсәген билдәләү!

Тауыш бирергә килеүселәр араһында Гөлсинә Ниғмәтуллина исемле апай ҙа бар ине. Гөлсинә апай менән аралашҡан мәлдә уның үҙ тауышын бирергә этәргән сәбәбен дә асыҡланыҡ: “Ике улым, кейәүем әлеге мәлдә махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Кейәүемде лә үҙ балам итеп күрәм, шуға өс улым фронтта тиһәм дә була. Хәбәрләшеп торабыҙ, уларға еңел түгел, бында яугирҙәргә ярҙам иткән халыҡҡа ла көс кәрәк, әлбиттә, әммә беҙгә әлеге ваҡытта берҙәм булыу мотлаҡ, ошо һайлау аша илебеҙҙең лидерын, көслө етәксеһен билдәләргә тейешбеҙ, дошмандар алдында берҙәм һәм көслө икәнебеҙҙе күрһәтеү мөһим!” – тип фекерен еткерҙе яугирҙәр әсәһе.

“Өс улым да фронтта”
“Өс улым да фронтта”
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: