"Йәшел сауҡалыҡ" шифаханаһының ял итеү һәм сервис үҙәгендә "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондының Башҡортостан буйынса филиалы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһау буйынса республика семинар-кәңәшмә ойошторҙо.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев әйтеүенсә, бөгөн Рәсәй Президенты, Башҡортостан Башлығы билдәләгән төп бурысыбыҙ барыбыҙға ла асыҡ – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү. Әле уға ҡарағанда ла мөһимерәк эштәр юҡ.
Сараға район һәм ҡала хакимиәте башлыҡтарының социаль мәсьләләр буйынса урынбаҫарҙарын һәм "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондының социаль координаторҙарын тиккә генә йыймағандар. Әлбиттә, килеп тыуған мәсьәләләрҙе бергәләшеп тиҙ арала хәл итеү өсөн. Фонд ойошторолғандан алып күпмелер ваҡыт уҙған, төрлө хәл-торош булған. Иң мөһиме, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың үҙенең йорто барлыҡҡа килгән.
Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Гөлнара Зиннурова, Башҡортостан ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Ольга Карабанова һәм башҡа сығыш яһаусылар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы ярҙамдан өҙмәүҙәрен тураһында белдерҙе.
"Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондының Башҡортостан буйынса филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина сарала ҡатнашыусыларға уй-пландарын һәм теләктәрен еткерҙе.
Пленар өлөштән һуң психологик тренингтар, иң-иңдәрҙе бүләкләүҙәр үткәрелде һәм "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондының Башҡортостан буйынса филиалы һәм Башҡортостан Мәҙәниәт министрылығы менән килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Фото: Илдар Аҡъюлов.