Билдәле булыуынса, сентябрь айында республиканың байтаҡ район-ҡалаларында яңы хакимиәт башлығы тәғәйенләнде. Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла Рөстәм Ғәзизов БР Хөкүмәте Премер-министры вазифаһына үрләтелеү сәбәпле яңы башлыҡ һайланды. Хәҙер ҡаланы быға тиклем хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары булып эшләгән Эмиль Шәймәрҙәнов етәкләй. Әйткәндәй, ул Башҡортостанда иң йәш муниципалитет етәксеһе.
Эмиль Владиславович вазифаға тәғәйенләнгән көндө үк трибунанан уның өсөн иң төп бурыс махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү тураһында билдәләп үтте һәм эш башлап бер нисә көн үтеүгә яңы етәксе махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар йөк оҙатып, яҡташ яугирҙәр янына юлланды.
“Стәрлетамаҡтан гуманитар конвой ебәрелде. Иң күләмле ярҙамдарҙың береһе 6 мең саҡрым үтте. Ярҙам тулы итеп төйәлгән өс фура ине, ә был 60 тоннанан күберәк. Беҙ башта Курск өлкәһенә барҙыҡ, унда ла беҙҙең егеттәр территорияларҙы яҡлай. Һуңынан хәрби махсус операция зонаһына юлландыҡ.
Йөк бушатыу пункттары бер нисә булды. Һәр береһендә яҡташтарыбыҙ ҡаршы алды. Улар менән аралашып, ысын рух һәм тыуған илгә һөйөү нимә икәнлеген аңлап була. Унда барыһы ла артыҡ һүҙһеҙ күренә.
Беҙ кәрәкле әйберҙәр – дрондар, генераторҙар һәм техника килтерҙек. Һорағандарын һатып алдыҡ. Башҡорт сода компанияһына, халҡыбыҙға, гуманитар конвой ойоштороуҙа ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт.
Егеттәребеҙ бөтәһенә лә сәләм ебәрә. Улар үҙ маҡсаттарын яҡшы аңлай, кәйефтәре еңеүгә ышаныс уята” – тип яҙҙы был турала үҙенең социаль селтәрендә Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов.
Әлбиттә, бөгөнгө көндә һәр кем үҙ урынында, үҙ вазифаһында еңеүҙе яҡынайта. Егеттәребеҙ менән бергә булыу - һәр етәксенең вазифа бурысы ғына түгел, ә күңел талабы, ватансылыҡ ғәмәле!
Әйткәндәй, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға түләүҙәр йәнә арттырылды, был хаҡта һәм хәрби контракт төҙөү тәртибе менән урындағы хәрби комиссиариатҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.