Тантанала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Башҡортостан Республикаһы хәрби комиссары урынбаҫары, подполковник Ринат Латипов, Совет районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Фәнүр Ҡәйүмов, Ленин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Андрей Семенов ҡатнашты.
– Хөрмәтле яугирҙәр, уларҙың туғандары һәм яҡындары! Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ! Ҡыҫҡа ваҡытлы отпусктан һуң һеҙ йәнә махсус хәрби операция зонаһына юлланаһығыҙ. Бөгөн Башҡортостанда тыуып-үҫкән меңдәрсә кеше хәрби бурысын лайыҡлы һәм намыҫлы үтәй, Рәсәй ғәскәренең данлы традицияларын дауам итә, шул уҡ ваҡытта, батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ һәм Ватанға хеҙмәт итеү өлгөһөн күрһәтә. Бөгөн һеҙ барығыҙ ҙа беҙҙең өсөн батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып тораһығыҙ. Алдығыҙға ҡуйылған бурыстарҙы тулыһынса үтәйәсәгегеҙгә ышанам, – тине Ирек Сәғитов.
“Башҡортостан” полкын республикабыҙҙың ғорурлығы тип атайҙар. Полк хәрби юҫыҡтағы иң һәләтле подразделениеларҙың береһе тип таныла, уның шәхси составы юғары мотивация һәм яуаплылыҡ менән айырылып тора. Полкта юғары дәүләт наградаларына, шул иҫәптән, Рәсәй Геройының Алтын йондоҙона лайыҡ булған йәки тәҡдим ителгән яугирҙәр күп.
Ағиҙел ҡалаһында йәшәүсе “Колибри” исемле ҡыҙ махсус хәрби операция үткәрелгән зонала үҙенең мөхәббәтен осрата һәм былтыр “Башҡортостан” полкы яугиренә кейәүгә сыға. 2023 йылдан был йәш ғаилә фронттың иң хәүефле участкаларында хеҙмәт итә һәм яуаплы бурыстар үтәй. Ире һуғыш яланынан яралыларҙы эвакуациялаһа, “Колибри” ялан госпиталендә уларҙың ғүмерҙәрҙен ҡотҡара, йәғни һалдаттарҙы һәм офицерҙарҙы дауалай.
“Колибри” – Башҡортостандан генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнгән беренсе ҡатын-ҡыҙ. Награданы уға республика Башлығы Радий Хәбиров ғүмеренә хәүеф янаған шарттарҙа хеҙмәт бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн тапшырҙы.
2023 йылда “Колибри” башҡорт медицина ротаһы тураһында белеп ҡала һәм контракт төҙөү тураһында уйлана. Өйҙә туғандары һәм яҡындары ҡала, әммә ул яугирҙәргә ярҙам итергә ҡарар итә. Ҡатмарлы шарттарға ул ковид-госпиталдә эшләгәндә күнегә, шулай ҙа Донбасста тәүге көндәр уны шаҡ ҡатыра. Әммә, алғы һыҙыҡта ҡурҡыу юҡ, бөтәһе лә командование ҡуйған бойороҡтарҙы үтәү бурысына көйләнгән, ти ул.
Шул арала “Автобустарға!” тигән команда яңғыраны. Туғандары, яҡындары һәм дуҫтары яугирҙәр менән хушлашты. Еңеү менән ҡайтығыҙ!
Фотолар: “Йәштәр гәзите”нән.