Ғорурланабыҙ
5 Июля 2025, 10:25

Радий Хәбиров һәләк булғандарҙың ғаиләләренә Генерал Шайморатов орденын тапшырҙы

5 июлдә Мәләүездә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәләүез районынан һәләк булған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Алексей Әминев, Александр Бесов, Александр Бычек, Ринат Исмәғилев, Азат Ишморатов, Арыҫлан һәм Марсель Латиповтар, Илмир Нәжметдинов, Руслан Рысаев, Дмитрий Сиротин, Евгений Федоров, Рәмил Хисамов, Илья Шорсткиндың ғаиләләре менән осрашты. 

Радий Хәбиров һәләк булғандарҙың ғаиләләренә Генерал Шайморатов орденын тапшырҙыРадий Хәбиров һәләк булғандарҙың ғаиләләренә Генерал Шайморатов орденын тапшырҙы
Радий Хәбиров һәләк булғандарҙың ғаиләләренә Генерал Шайморатов орденын тапшырҙы

Төбәк етәксеһе һәләк булған хәрбиҙәрҙең туғандарына ихлас ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе һәм Генерал Шайморатов ордендарын тапшырҙы. Улар менән яугирҙәр хәрби бурыстарын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары өсөн үлгәндән һуң бүләкләнде.

- Балаларығыҙ, ирҙәрегеҙ – илебеҙҙе яҡлап үҙ бурысын намыҫ менән үтәгән ысын геройҙар. Уларҙың батырлыҡтары хаҡында һәр ваҡыт иҫләйәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров. - Хәҙер һеҙҙе иғтибар һәм хәстәрлек менән уратып алыу мөһим.

Башҡортостан Башлығы төбәктә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларының киң комплексы ғәмәлдә булыуын, ә район хакимиәттәрендә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең туғандарына һәм яҡындарына тейешле ярҙам күрһәтергә һәр ваҡыт әҙер булыуҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, Өфөлә махсус хәрби операцияла һәләк булғандар иҫтәлегенә мемориал төҙөргә ниәтләйҙәр. Шулай уҡ республиканың һәр муниципалитетында обелискылар һәм хәтер аллеялары барлыҡҡа киләсәк.

Һәләк булған яугирҙәрҙең ата-әсәләре республика Башлығына МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре ихтыяждарына шәхси иғтибары өсөн рәхмәт белдерҙе.

Сығанаҡ: glavarb.ru

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас