

2023 йылда төҙөлгән “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы махсус хәрби операция зонаһында ике йыл хеҙмәт итеү дәүерендә иң абруйлы подразделениеларҙың береһенә әүерелде. Полк командирының хәрби-сәйәси эш буйынса урынбаҫары Александр Мельченко алғы һыҙыҡта “Башинформ”ға ошо турала һөйләне.
2025 йылдың йәй аҙағында 31-се “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының махсус хәрби операция зонаһына инеүенә ике йыл тулды. Исем бирелгән 18 башҡорт подразделениеһы 2023 йылдың 20 авгусында хәрби бурыстарҙы үтәргә тотондо. Уға тиклем Башҡортостан контрактсылары Һамар өлкәһендәге күнекмәләр полигонында хәрби әҙерлек үтте. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәрселәре күнекмәләр уҙғарылған ергә барып, Башҡортостан граждандарының хәрби эшкә өйрәнгәндәрен күҙәткәйне.
Красноярск крайынан Башҡортостан полкына ебәрелгән хәрби әҙерлек етәксеһе Александр Мельченко шул саҡта әйтеүенсә, “Башҡортостан” полкы хәрби күнекмәләрҙең бөтә этаптарын үтте. “Яугирҙәр махсус хәрби операция бурыстарын үтәргә әҙер, шул иҫәптән психологик-әхлаҡи йәһәттән дә. Улар араһында армияла хеҙмәт итмәгәндәр ҙә бар. Ундайҙарға махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һәм яу юлын үткән инструкторҙар ярҙам итә. Әммә хәрби әҙерлектән тыш, хәрбиҙәрҙең көнкүрешен ойоштороуҙоң да мөһимлеген аңларға кәрәк”, — тине ул.
Әйткәндәй, тап шунда ул республика етәкселегенең махсус хәрби операцияға китергә ҡарар иткән егеттәргә мөнәсәбәтенең хайран итеүе хаҡында әйткәйне.
“Хәрби әҙерлек барышында беҙгә бер нисә тапҡыр Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров килде, бер ваҡытта ла буш ҡул менән түгел ине ул. Егеттәр ялан шарттарында йәшәй, һәм республика уларҙы утын, аҙыҡ-түлек, медикаменттар, обмундирование, техника һәм башҡа кәрәк-яраҡ менән даими тулы күләмдә тәьмин итеп торҙо. Мин дә, коллегаларым да шунда Радий Фәрит улының яҡташтары менән шәхси пиар өсөн түгел, ә яугирҙәрҙең нисек хеҙмәт итеүен, ихтыяждарын, уларға һәм ғаиләләренә нимә менән ярҙам итеү мөмкинлеген асыҡлау өсөн осрашыуын яҡшы аңланыҡ”, — тигәйне ул 2023 йылдың авгусында.
Шул һөйләшеүҙән һуң ике йыл ваҡыт үтте. “Борус” позывнойлы Александр Мельченко - хәҙер “Башҡортостан” полкы командирының хәрби-сәйәси эш буйынса урынбаҫары. Беҙ уның менән 2025 йылдың авгусында МХО зонаһына сираттағы командировкала осраштыҡ. Һөйләшеүебеҙҙең башында уҡ: “Ошо ике йыл эсендә егеттәр ныҡлы үҙгәрҙе: кисәге вахтасылар, уҡытыусылар, табиптар, аграрийҙар, башҡа һөнәр вәкилдәре хәрбиҙәр булып китте. Хәҙер улар - оҫта дрон операторҙары, элемтәсе, штурмлаусы, водитель, танкист, артиллеристар... Еңел булманы, әлбиттә, ләкин беҙ бергәләп “үҫтек”: ҡатмарлы шарттарҙа яңылыҡты үҙләштерҙек, уңыштарға ҡыуандыҡ, уңышһыҙлыҡтарға көйөндөк. Иң мөһиме – бергә, бәйләнештә булдыҡ. Был ҙур әһәмиәткә һәм ҡиммәткә эйә”, – тип белдерҙе ул.
Майор билдәләүенсә, 31-се мотоуҡсылар полкы – 25-се армия етәкселегендә яҡшы иҫәптә. Беҙҙең менән осрашыуҙан бер көн алдан ғына Мельченко дивизияның дөйөм кәңәшмәһендә ҡатнашҡан икән. “Дивизия командиры урынбаҫары әйтеүенсә, “Башҡортостан” полкы ныҡлы хәрби тотороҡлолоҡҡа эйә, егеттәрҙең ҡулынан бөтәһе лә килә, афариндар. Һәм был ғәҙел баһа: беҙҙең полк 25-се армия составында иң һөҙөмтәлеһе ине, әле лә шулай булып ҡала. “Башҡортостан” полкында күптәр, башҡа төбәктәрҙән дә, хатта яҡын сит илдәрҙән хеҙмәт итергә теләгәндәр бар. Һәр береһенең – үҙ сәбәбе, әммә маҡсаттары уртаҡ – еңеү. Әйткәндәй, егеттәр МХО-ға аҡса өсөн китә, тигән фекерҙә күптәр. Бының менән килешмәйем. Әлбиттә, контрактҡа ҡул ҡуйғанда егеттәр мул ғына аҡса ала, артабан яҡшы ғына эш хаҡы ла түләнә. Яугирҙәрҙең махсус хәрби операцияға килеүенең төп сәбәбе – Донбассты йыйын неонацистик бысраҡтан таҙартыу, – ти ул. – Һәр кемдең – үҙ сәбәптәре. Ә минеңсә, барыһы ла Тыуған илгә хеҙмәт итеү өсөн килә. Әйткәндәй, беҙҙең полкта хеҙмәт иткән бер ир милләте буйынса чех, гражданлығы – Рәсәйҙеке. Полкка үҙ ирке менән килгән, балаларым, ғаилә кеүек ябай ҡиммәттәрҙе һаҡлап, яҡшы шарттарҙа үҫһен тип килдем, ти ул. Тырышып хеҙмәт итә, ҡыйыу йөрәкле”.
Александр менән яңы төҙөлөп ятҡан хәрби-сәйәси эшкә идара итеү пунктында һөйләштек. Әйтеүенсә, пунктта яугирҙәрҙе хәрби һәм дәүләт наградалары менән тантаналы бүләкләү, уларҙың эргәһенә Башҡортостандан килгән артистарҙың сығыштары өсөн махсус урын булдырмаҡсылар. Дошман шеврондары, пилотһыҙ осоу аппараттары һәм башҡа трофейҙарҙан торған музей асырға ла ниәтләйҙәр. Буласаҡ экспозицияны ҡарағанда һуғыш ғәмәлдәренең заманса алымдары тураһында ла һүҙ булды. Мельченко әйтеүенсә, бигерәк тә БПЛА-ға ихтыяж ҙур.
“Был - сығым материалы, шуға ла ул һәр ваҡыт кәрәк, – ти “Борус”. – Әйткәндәй, фронт ысынбарлығы электр самокаттарының һөҙөмтәлелеген күрһәтте. Уларҙа курьерҙар йөрөй. Был транспорт төрө еңел, үтемле, ремонтлау өсөн ҡулай һәм, иң мөһиме, маневрлы, тауышһыҙ”. Шуға күрә полкта электр самокаттарын да көтәләр”.
Александр, Башҡортостан мотлаҡ ярҙам итер, тип ышана, сөнки ике йыл эсендә полкка уларҙың һорауы буйынса меңдәрсә тонна гуманитар ярҙам килде һәм тәьминәт мәсьәләһен республика Башлығы Радий Хәбиров шәхси контролендә тота. Әйткәндәй, яугирҙәр быны бик юғары баһалай, айырыуса уның МХО зонаһына килеүен.
Ошо көндәрҙә Радий Хәбиров йәнә Донбассҡа юл алды. МХО-ла ҡатнашҡан РФ Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Украина нацистарының енәйәттәре буйынса халыҡ-ара йәмәғәт трибуналы рәйесе Максим Григорьев әйтеүенсә, һәр сәйәси эшмәкәрҙең бында килеүе дошманда ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Уларҙы күҙәтеп, юҡ итергә тырышалар. Радий Хәбиров хәүефте яҡшы аңлаһа ла, яугирҙәр менән осрашыуҙан, аралашыуҙан бер ҡасан да баш тартмай. Был да генерал Шайморатов тоҡомдары рухының, Александрҙы һоҡландырған башҡорт менталитетының сағылышылыр, күрәһең.
"Башҡортостан полкында хеҙмәт итеүемә бик шатмын. Яҙмышым һис ҡасан да уйламағанса булды: бойороҡ алып, хәрби әҙерлек үткән полкка килдем, бурыстарымды үтәүгә тотондом. Әкренләп Башҡортостан халҡының менталитетын, уларҙың йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен аңлай башланым. Беләһегеҙме, хәҙер Башҡортостанда дуҫтарым тыуып үҫкән Себерҙәгегә ҡарағанда ла күберәк. Өфөгә тәүге тапҡыр быйыл февраль айында барҙым. Бик ҡунаҡсыл ҡаршыланылар. Ҡала күркәм, тәбиғәте һоҡланғыс. Халыҡ ихлас. Йәштәр күп, – ти „Борус“. – Һеҙ – афариндар. Башҡортостандағы һәр кешенең әлеге көндә махсус хәрби операциялағы яҡташы өсөн борсолоуына иманым камил. Республика халҡына күңел йылыһын өләшкән өсөн рәхмәт. Башҡортостан лайыҡлы итеп тәрбиәләгән егеттәр менән хеҙмәт итәм. Генерал Шайморатов тоҡомдары рухының әһәмиәтен хәҙер яҡшы аңлайым.
Был йәһәттән Радий Фәрит улы Хәбировтың хеҙмәттәрен айырып билдәләргә кәрәк. Алдараҡ әйтеүемсә, ул беҙгә әҙерлек барышында ла ярҙам иткәйне. Шул саҡта уҡ яугирҙәрҙең Башҡортостан Башлығы хаҡындағы фекерҙәрен ишеткәйнем. Улар төбәк етәксеһенә ысын күңелдән рәхмәтле. Радий Фәрит улы беҙ урынлашҡан ергә килеп, яугирҙәр менән осрашты, уларҙы бүләкләне, ғаиләләре тураһында һорашты. Бында тағы ла бер мөһим мәлде билдәләп үтергә кәрәктер. Фронтта кешене башҡарған эштәренә ҡарап баһалағандар хеҙмәт итә. Хәбировтың әйткән һүҙендә тора белеүенә шәхсән инандым. Ул беҙгә иғтибарлы, вәғәҙә бирһә, уны мотлаҡ үтәй”.
Идара итеү ротаһының взвод командиры “Палач” та Красноярск крайынан. Ул да Башҡортостан егеттәре менән дуҫлашҡанына ҡыуанып бөтә алмай. Хатта отпускыһын да Туймазы районынан хеҙмәттәштәрендә үткәргән. “Мине туғандары һымаҡ ҡаршы алдылар. Һеҙҙә халыҡ ҡунаҡсыл һәм ихлас, өҫтәүенә берҙәм дә. Республикағыҙҙа һәр саҡ шулай булғандарҙыр, тип уйлайым. Фронтҡа йәнә китергә ваҡыт еткәс, нимә ебәрергә, тип һоранылар. Һәм шунда уҡ автомобилгә маскировкалау селтәрҙәре, запас частәр, инструменттар һәм, әлбиттә, яҡташтарына күстәнәс тейәп тә ҡуйҙылар. Башҡортостан – үҙәге ныҡлы, етәксеһе көслө булған күп милләтле, бөтөн һәм берҙәм төбәк”, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты “Палач”.
Белеүебеҙсә, күптән түгел Радий Хәбиров МХО зонаһындағы Башҡортостан яугирҙәре эргәһенә йәнә барып ҡайтты. Республика етәксеһенең сәфәре байтаҡ подразделениелар, шул иҫәптән “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы аша үтте. Хәрбиҙәр уға “Тимер” тигән позывной бирҙе. Республика етәксеһе алғы һыҙыҡта яугирҙәргә ярҙам күрһәтеү, уларҙы хәрби тәғәйенләнештәге ҡорамалдар менән тәьмин итеү мәсьәләләрен тикшерҙе.
“Яугирҙәргә бөтә республика ярҙам күрһәтә. Егеттәр бер нәмәгә лә мохтажлыҡ кисермәҫкә, бөтә иғтибарын бурыстарҙы үтәүгә йүнәлтергә тейеш. Беҙ ошо йәһәттән даими эш алып барабыҙ. Алғы һыҙыҡҡа ебәргән гуманитар йөк, башлыса, уларҙың үтенесе буйынса туплана, шулай ҙа миңә хәрбиҙәрҙең фекерен үҙҙәренән ишетеү мөһим ине. Егеттәр ярҙам, айырыуса дрондар өсөн рәхмәтле. Әйткәндәй, уларҙы республикала етештереүҙе яйға һалырға ниәтләйбеҙ. Тәьминәтте арттырыуҙы һорайҙар, бүтән ҡорамалдар буйынса ла теләк белдерҙеләр. Бында улар “беспилотниктарҙы” сәпкә аныҡ тейһен, яҡшыраҡ һаҡлаһын өсөн үҙҙәре йүнәтә икән”, - тине Радий Хәбиров.
Автор: Эдуард Ҡусҡарбәков.
Фото: "Башинформ".