Ғорурланабыҙ
3 Апреля , 22:30

Контракт буйынса хеҙмәт – ҡыйыуҙар өсөн

Йәш егеттәрҙең ҡыйыу аҙымдар менән ил һағына юлланыуы ғорурлыҡ уята. Улар иңдәренә йөкмәтелгән хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәй, Тыуған иле һәм яҡындары өсөн йәнен-тәнен аямай. "Чуваш" позывнойлы яугир ҙә - шундайҙарҙан.

Контракт буйынса хеҙмәт – ҡыйыуҙар өсөнКонтракт буйынса хеҙмәт – ҡыйыуҙар өсөн
Контракт буйынса хеҙмәт – ҡыйыуҙар өсөн

Көндәлек тормошта башҡаларҙан бер нисек тә айырылмаған, изге күңелле “Чуваш” Николаевка ауылында тыуған. Урындағы мәктәптең 9-сы класын тамамлағас, Өфө художество-сәнәғәт колледжына уҡырға инә. Балта оҫтаһы һәм мебель етештереүсе һөнәрен уңышлы үҙләштергән егет Өфө ҡалаһының мебель етештереү цехына эшкә урынлаша.

2024 йылда армия сафына саҡырыла. Һалдат Ырымбур өлкәһендә хәрби бурысын үтәй. Өс ай һалдат бутҡаһы ашағандан һуң, еңеүгә үҙ өлөшөн индереү маҡсатында “Чуваш” позывнойлы яҡташыбыҙ, Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп,  2025 йылдың февралендә үҙ теләге менән махсус хәрби операция зонаһына юллана.

‎- Махсус хәрби операцияға барырға, илгә файҙа килтерергә тейешмен, тип уйланым. Әлбиттә, тәүҙә ҡурҡыу тойғоһо булды, әммә мин унда булырға тейешмен, - ти яугир.

‎Тәүҙә ул Удмурт Республикаһының Кизнер биҫтәһендә ике ай ярым хәрби әҙерлек курсы үтә. Унан һуң махсус хәрби операция зонаһына ебәрелә. Яҡташыбыҙ инженер-саперҙар батальоны составында алғы һыҙыҡта илебеҙ һағында тора. Артабан үҙ теләге менән тәжрибәле инструкторҙар етәкселегендә осоу күнекмәләрен үҙләштереп, “Чуваш” БПЛА операторы булып уңышлы хеҙмәт итә.

Уның һүҙҙәренсә, дрондар бөтә ерҙә лә ҡулланыла, сөнки улар һөжүмдәрҙең кәрәкле урынға тейеү ихтималлығын арттыра, оборонаны көсәйтә һәм хеҙмәтте хәүефһеҙерәк итә. БПЛА операторҙары разведка һәм күҙәтеү, дошман позициялары тураһында мәғлүмәттәр йыйыуҙан алып аныҡ һөжүм яһау бурыстарына тиклем үтәй.

Хәҙер “Чуваш” позывнойлы инструктор МХО биләмәһендә хеҙмәттәштәрен пилотһыҙ осоу аппараттарын ҡулланырға өйрәтә. ‎Яугир хәрби хеҙмәттә күрһәткән батырлыҡтары өсөн дипломдар һәм хәрби хәрәкәттәр ветераны таныҡлығы менән билдәләнгән. ‎

“Чуваш” өйләнгән, ҡатыны менән бәпәй көтәләр. Яугирҙең имен-һау йөрөүен, тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуын һәм ғаиләһенә именлек, бәхетле тормош теләйбеҙ. ‎

Контракт хеҙмәтенә ҡағылышлы һорауҙар бу­йынса 2-14-78, 2-11-58 телефон һандары буйынса шылтыратырға йә иһә Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел ра­йондарының хәрби комиссариатына килергә мөмкин. ‎

Автор:Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас