Ғорурланабыҙ
5 Мая , 09:30

"Шаги"ҙың аҙымдары ышаныслы

Һалдат ялға ҡайтҡан.

"Шаги"ҙың аҙымдары ышаныслы"Шаги"ҙың аҙымдары ышаныслы
"Шаги"ҙың аҙымдары ышаныслы

Ошо көндәрҙә "Шаги" позывнойлы һалдат махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан.

Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Салауат Фәтҡуллин әйтеүенсә, ҡыйғылар ил һаҡсыһының тыуған яғына ҡайтыуын һәр саҡ көтөп ала.

– Яҡташыбыҙ Денис, ә уның позывнойы – "Шаги", отпускыға ҡайтты, – тип шатлығы менән уртаҡлашты Салауат Факил улы. – Осрашыуға ауыл хакимиәте башлыҡтарын, бүтән төрлө ойошмаларҙың етәкселәрен саҡырып ныҡ оттоҡ. Һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы Ватан һаҡсыһына бирҙе, изге теләктәрен еткерҙе.

Салауат Фәтҡуллин Денисҡа тепловизор, халыҡ йыйған бүтән төрлө кәрәк-яраҡ тапшырған.

"Шаги" десант-һөжүм бригадаһында хеҙмәт иткән, Курск өлкәһен дошмандан азат итеүҙә ҡатнашҡан. Уның бик күп дәүләт наградалары бар.

"Шаги" билдәләүенсә, һалдаттарҙың кәйефе күтәерке, күңелдәре көр, быларҙың барыһы ла Еңеүгә ышанысты арттыра.

 

Фото: Салауат Фәтҡуллин.  

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас