Ғорурланабыҙ
20 Май , 16:45

"Егеттәр Тыуған ил өсөн ғүмерен ҡорбан итте"

Радий Хәбиров яугирҙәрҙең туғандары менән осрашты.

"Егеттәр Тыуған ил өсөн ғүмерен ҡорбан итте""Егеттәр Тыуған ил өсөн ғүмерен ҡорбан итте"
"Егеттәр Тыуған ил өсөн ғүмерен ҡорбан итте"

Радий Хәбиров яугирҙәрҙең туғандары менән осрашты.

Бөгөн Радий Хәбиров Нефтекаманан махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәр – Вячеслав Алеевтың, Рүзәл Бәҙретдиновтың, Леонид Башуровтың, Айрат Дәүләтовтың, Сергей Димитриевтың, Салауат Тимерғәлиевтең, Алексей Федоровтың ғаиләләре менән осрашты.

Төбәк етәксеһе хәрбиҙәрҙең ата-әсәһенең, ҡатындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты, уларға яугирҙәр хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн үлгәндән һүң бүләкләнгән генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.

 – Егеттәр Тыуған ил өсөн ғүмерен ҡорбан итте. Уларҙың һәр ҡайһыһы бурысын һуңғы сиккә тиклем үтәне. Ысын батырҙар, – тине республика Башлығы. – Һеҙгә улдарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Беҙҙең бурыс – улар хаҡында онотмау, иҫтәлекте мәңгеләштереү, ата-әсәләре, ҡатындары, балалары хаҡында даими хәстәрлек күреү. Махсус хәрби операция тамамланғас, беҙ Өфөлә мотлаҡ яугирҙәребеҙ иҫтәлегенә мемориал асырбыҙ. Барлыҡ муниципалитеттарҙа Хәтер аллеялары барлыҡҡа киләсәк. Был эш әле башланды ла инде.

Радий Хәбиров төбәктә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләренә төрлө ярҙам саралары күрһәтелеүе хаҡында һөйләне. Нефтекама хакимиәте башлығы Эльдар Вәлидов әйтеүенсә, һәр ғаиләгә муниципалитет хеҙмәткәрҙәре иҫәбенән координатор беркетелгән. Республика етәксеһе “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының социаль координаторы вазифаһына кандидатты йылдам табырға ҡушты.

Яугирҙәрҙең туғандары иғтибары өсөн Радий Хәбировҡа рәхмәт әйтте, шулай уҡ ҡайһы бер шәхси мәсьәләләр буйынса ла мөрәжәғәт итте. Төбәк Башлығы улар буйынса урындағы власть органдарына күрһәтмәләр бирҙе.

 

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

 

"Егеттәр Тыуған ил өсөн ғүмерен ҡорбан итте"
"Егеттәр Тыуған ил өсөн ғүмерен ҡорбан итте"
"Егеттәр Тыуған ил өсөн ғүмерен ҡорбан итте"
"Егеттәр Тыуған ил өсөн ғүмерен ҡорбан итте"
Автор:Гөлсәсәк Хәйруллина
Читайте нас