Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Июль 2021, 14:31

"ТУЙМАЗЫ-ӨФӨ" магистраль нефть үткәргесенең юбилейына арнап

Бынан 75 йыл элек Башҡортостандың Туймазы районында "Туймазы -Өфө” магистраль нефть үткәргес төҙөлә башлай. Ул Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында ҙур нефть ятҡылыҡтарын эшләргә ярҙам итһә, һуңынан Урал-Себер төбәгендә төп магистраль торба үткәргес системаһына әйләнә.

“Туймазы-Өфө” нефть үткәргес төҙөү тураһындағы ҡарар 1946 йылдың ғинуарында СССР халыҡ комиссарҙары советы тарафынан ҡабул ителә. “Махсус проект үҙәге” институты нефть үткәргестәрҙең оҙонлоғон 182,8 км тип билдәләһә,диаметры 350 мм, йылына 2 миллион тонна үткәреү һәләте ( артабанғы йылдарҙа 3 миллион тоннаға тиклем киңәйтеү мөмкинлеге)булған проект өҫтөндә эшләй. Һуғыштан һуңғы ауыр шарттарҙа бар эштәр ҙә ҡулдан башҡарыла. Төҙөлөш ваҡытында магистраль трассаһы үткән райондарҙың бар халҡы ла әүҙем ярҙамлаша. Атап әйткәндә, нефть үткәргес өсөн траншея һалыуҙа 20 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Бер үк ваҡытта насос станциялары һәм буласаҡ хеҙмәткәрҙәр өсөн торлаҡ йорттар ҙа төҙөлөп килә. Нефть үткәргестәр төҙөүҙә барыһы 24 мең тонна торба һалынған, 28,6 мең торба иретеп йәбештерелгән, 200 километр бәйләнеш телефоны тоташтырылған. Нефть магистрале 17 һыу кәртәһе ,шул иҫәптән Ағиҙел йылғаһы, 7 ҙур йырындарҙы,тимер юлы, 30 км урман һәм һаҙлыҡтар аша үткән. 1947 йылдың 3 сентябрендә Туймазы нефть ятҡылығының тәүге партияһы яңы торба үткәргестәре аша Өфөлә эшкәртеүгә йүнәлтелде. Әлеге ваҡытта«Туймазы – Өфө» нефть үткәргестәр һаман да эшләүен дауам итә. Уны эксплуатациялау “Транснефть” системаһына тап килгән хәҙерге юғары талаптарға ярашлы эшләнелә:даими рәүештә торба эсендә диагностика үткәрелеп тора, телемеханизация системаһы эшләй, технологик процестар менән автоматлаштырылған идара итеү системаһы микропроцессорҙар базаһында тормошҡа ашырыла. «Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте магистраль төҙөлөүҙең 75 йыллығына матбуғат һәм электрон киң мәғлүмәт саралары журналистары өсөн матбуғат турын ойошторҙо. Матбуғат идаралығының киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре Туймазы нефть үткәргестәр идаралығында булды һәм автомобиль, махсус техника паркы берҙәм диспетчер заманса идара итеү системаһы мөмкинлектәре менән танышты. Экскурсияның төп өлөшө – “Собханҡол” етештереү-диспетчер станцияһы һәм “Туймазы-Өфө” нефть үткәргестәр насос станцияһында нефть ташыусы технологик ҡорамалдар менән танышыу булды. Был оло ваҡиғала барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа етештереү объекттарында булыу, торба үткәргес транспортының үҫеш тарихын өйрәнеү мөмкинлеге өсөн “Транснефть” акционерҙар йәмғиәтенең  ойоштороусыларына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Автор:Рекламная Служба(RBSMI)
Читайте нас: