Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Июль 2021, 15:37

Завод ҡыҫҡа ваҡытта төҙөлдө

Ҡыйғы районында ҡыҫҡа ваҡытта, йәғни биш айҙа яңы асфальт-бетон заводы төҙөп тапшырылды.  Заман талаптарына яуап биргән заводтың ҡорамалдары асфальт-бетон ҡатнашмаһының төрлө төрөн сығарыу мөмкинлеге бирә. Яңы предприятие төньяҡ-көнсығыш райондарҙы сифатлы төҙөлөш материалы менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл иткән.

“Республиканың төньяҡ-көн­сығышы үҫешә. Ҡайҙалыр, Өфө­­нән алыҫ арала урын­лашыуға бәйле, беҙгә үҙәк ра­йондарға кеүек етерлек иғтибар күрһәтмәйҙәр, тип үпкәләйҙәр. Төп мәсьәләләрҙең береһе – юлдар. Шуға ла асфальт-бетон заводы төҙөү бурысы ҡуйҙыҡ, кисә Ҡыйғы районының Дүшәмбикә ауылында уны астыҡ”, – тип белдерҙе республика Башлығы Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы ҙур ваҡиға айҡанлы етәкселекте һәм Ҡыйғы районы халҡын ҡотланы. “Әйткәндәй, асфальт-бетон заводы – Ҡыйғы районында бер йыл эсендә сафҡа индерелгән икенсе предприятие. Ҙур булмаған төбәк өсөн был бик яҡшы. Зөһрә Мәүлит­бай ҡыҙы һәм коллегалар, уңыштар!” – тине ул.   

 Әйтергә кәрәк, был мөһим башланғыс Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын бойомға ашырыуға, яҡшы юлдар һалыуға булышлыҡ итә.

Командировка ваҡытында яңы заводты күрергә насип итте. Беҙ барғанда уның биләмә­һендә төҙөкләндереү эштәре бара ине. Унда эшләгән юлсылар менән аралаштыҡ, улар ҙа ошондай яңы завод төҙөлөүгә шатлыҡ хистәрен йәшермәне.

Оҙаҡ йылдар юл ремонтлау-төҙөү идаралығында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан 62 йәшлек Рәил Хажиев та яңы завод төҙөлөшөнә тос өлөш индергән. Ул да хеҙмәттәштәренең ҡыуанысын уртаҡлашып, республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.

Рәмилә МУСИНА. Автор фотолары. 

Читайте нас: