Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Август 2021, 11:12

Киҙеүҙәрҙән ҡурҡмаған төбәк

Башҡортостан иҡтисады ауыр осорҙа ла үҫеште туҡтатмай.

yandex.ru
Фото:yandex.ru

Быйыл тәүге биш айҙа республикабыҙ сәнәғәтенең етештереү индексы, уҙған йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда, 101,5 процент тәшкил итте. “Башҡортостанстат”тың был күрһәткесе, тәбиғи, уртаса кимәлде сағылдыра, ғәмәлдә ағас эшкәртеү, полиграфия, транспорт саралары етештереү һәм башҡа ҡайһы бер тармаҡтар был осорҙа етештереү күләмен бер ярым тапҡырға арттырған. Шундай ауыр осорҙа ла үҫешкә өлгәшергә нимә ярҙам итә һәм хужалыҡ тармаҡтарының киләсәге нисек күҙаллана?

 

Көрсөктән һуң алға ынтылыш

 

– Эшкәртеү предприятиеларында, энергетика секторында, һыу тәьминәте, ҡалдыҡтарҙы йыйыу ойошмаларында ыңғай динамика күҙәтелә, – тине яңыраҡ Башҡортос­тандың иҡтисади үҫеш һәм инвес­тиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Моратов. – Дарыу етештереүҙә, металл әйберҙәр эшләүҙә продукция күләме 30-40 процентҡа артты, металлургияла һәм кейем-һалым етеште­реүҙә лә 20 процент үҫеш бар.

Рәсәй буйынса ла иҡтисади үҫеш күҙәтелә. Бының сәбәптәрен бел­гестәр беҙҙең ил иҡтисадының пандемия тыуҙырған көрсөктә башҡа ҙур илдәр менән сағыштырғанда аҙыраҡ зыян күреүе менән аңлата. Ә уныһының сәбәбе – Рәсәйҙә ҡулланыу хеҙмәттәре секторының электән үк аҙыраҡ үҫешкән булыуы, ә Европала, мәҫәлән, тап ошо сектор ныҡ иҡтисади зыян күрҙе.

Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы илдең тулайым эске продукты үҫеше буйынса 2021 йылға фаразды тәүҙә 2,9 процент тип ҡуйһа, әле уны күтәрергә булған – 3,8 процент тип билдәләне. Министрлыҡ төбәктәргә лә 2020 йылға һәм 2023-2024 йылдарҙағы планлы осорға социаль-иҡтисади үҫештең яңыртылған фараздарын ебәргән. “Был мәғлүмәт яҡынса иҫәпләүҙәргә таяна”, тип яҙылған был хаҡта. Тимәк, хәл-шарттар әлегә аныҡ күрһәткестәр билдәләү өсөн ныҡлы нигеҙ  бирмәй.

Был күҙаллау, тәбиғи, ковидтың өсөнсө тулҡыны арҡаһында инде­релгән административ сикләүҙәрҙе лә күҙ уңында тотоп эшләнгән. Иң ҡаты сикләүҙәр, мәғлүм булыуынса, июндә Мәскәүҙә индерелде. Ә төбәктәрҙә етештерелгән продукция­ның дөйөм күләменең 2 проценты илдең баш ҡалаһына тура килә.

 

“Хәл үҙгәргәс, сценарий ҙа иҫкерҙе”

 

“Бығаса булған сценарий шарттары ғинуар-февраль мәғлүмәттәре нигеҙендә төҙөлгәйне, апрель-май мәғлүмәттәре иһә иҡтисадтың беҙ көткәндән тиҙерәк аяҡҡа баҫа башлауын күрһәтте, июль-август тирәһендә көрсөккә тиклемге кимәлгә сығыуҙы көтәбеҙ”, – тиҙәр Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлы­ғында. Тулайым эске продукттың 3,8 процентҡа өҫкә табан “ырғыуы”  ил иҡтисадының 2012 йылдан алып иң тиҙ үҫешен аңлата. Былтыр, мәҫәлән, ул өс процентҡа түбәнәй­гәйне.

Бындай ҡатмарлы шарттарҙа макроиҡтисади хәлде күҙаллауы еңелдән түгел, шуға күрә лә Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы 2023-2024 йылғы планлы осорға фаразды үҙгәрешһеҙ ҡалдырып торорға булды.

 

Өсөнсө пакет тиҙләнеште арттырасаҡ

 

Башҡортостанда, мәғлүм булыуынса, быйыл яҙ иҡтисадтың тото­роҡлолоғон күтәреү сараларының өсөнсө пакеты ҡабул ителгәйне. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләгәнсә, республика­быҙ бер нисә йүнәлештә үҙен күп төбәктәрҙән яҡшыраҡ тоя.

“Башҡортостан Республикаһын үҫтереү корпорацияһы” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Наил Ғәббәсов әйтеүенсә, ошо өсөнсө пакет 9,7 миллиард һумлыҡ 66 сараны үҙ эсенә ала. Был Корпорацияның башланғысы менән быйыл республикаға кәмендә 20 миллиард һумлыҡ масштаблы 40 проект йәлеп ителәсәк. Улар араһында иң ҙуры итеп, моғайын, “Өфө” индустриаль паркын күрһәтергә булалыр.  Был парк майҙансығында резидент инеү менән эш башлай ала, бөтә хужалыҡ мәшәҡәттәрен – биләмәне йыйыштырыуҙан алып ҡарауылсыларға тиклем – идарасы компания үҙе башҡара. Бындағы предприятиелар мөлкәткә һалымдан азат ителә, паркка шулай уҡ һәйбәт логистика хас. Тағы ла шуныһы – унан Өфөнөң көньяғынан үтеп киткән М-5 федераль трассаһына һәм тимер юлға сығыу уңайлы буласаҡ. Эшҡыуарлыҡ ойошмалары менән бер нисә килешеү төҙөлгән дә инде.

Инвестиция йәлеп итеү буйынса әүҙем майҙансыҡтарҙың береһе – “Алға” махсус иҡтисади зонаһы, уның тураһында гәзитебеҙ йыш яҙа. Стәрлетамаҡ һәм Ишембай райондары ерендә урынлашҡан был зонала теркәлгән резиденттар һанын республика етәкселеге йыл аҙағына саҡлы 16-ға еткерергә планлаштыра.

– Эшҡыуарҙарға һалым каникулы оҙайтыла, берҙәм ауыл хужалығы һалымы буйынса ставка нулгә ҡуйыла, алкоголһеҙ эсемлек етеш­тереү буйынса проекттар биш миллион һумғаса дәүләт аҡсаһы аласаҡ, республикала етештерелгән һәм көнәркәшлеккә һәләтле продукцияны донъя баҙарына сығарырға ярҙам итеү маҡсатында булды­рылған “Ашығыс экспорт ярҙамы” барлыҡҡа килә, шулай уҡ пред­приятиеларға импортты алмаш­тырасаҡ технологиялар индереүгә сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау механизмы ла эшкә ҡушыласаҡ, – ти Наил Ғәббәсов. – Былар барыһы ла – иҡтисадты тотороҡландырыу, уны Рәсәй буйынса уртаса кимәлдән юғарыраҡ була башлауға әҙерләү өсөн кәрәкле саралар. Инвестиция мөхите буйынса беҙ Рәсәйҙәге тәүге ун төбәк иҫәбенә индек тә инде, артабанғы маҡсат – тәүге бишәү иҫәбенә эләгеү.

 

Күрһәткестәр нимә күрһәтә?

 

Башҡортостан Республикаһының урта һәм оҙайлы осорҙарға социаль-иҡтисади үҫеш фаразының төп үлсәмдәрен билдәләү буйынса стратегик комитеттың күптән түгел булып уҙған ултырышында республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров сауҙа, төҙөлөш һәм ауыл хужалығының быйылғы тәүге биш айҙағы күрһәткестәрен был­тырғы шул уҡ осоро менән сағыш­тырып ҡараны.

– Быйылға ҡарата былтыр эшләнгән фаразға хәҙер төҙәтмәләр индереү талап ителә, – тине ул. – Был, беренсе сиратта, эпидемиологик хәлдең  үҙгәреп тороуына һәм уның иҡтисади эҙемтәләренә бәйле. Бөгөн сауҙа өмөтләндерерлек күрһәткестәр бирә – биш айҙа үҫеш, былтырғы менән сағыштырғанда, 114,1 процент тәшкил итте, Рәсәй буйынса ошо уҡ күрһәткес – 105,9 процент.

Тимәк, халыҡтың һатып алыу һәләтенең дә көсәйеүен аңғарта был күрһәткес. Премьер-министр әйтеүенсә, ғәҙәттән тыш ҡоролоҡ булыуға ҡарамаҫтан, республика ауыл хужалығы үҫешен дә һаҡлап ҡала алды, һәм йыл аҙағынаса ул кәмендә 100,7 процент булыр тип көтөлә.

 

Эште атлас буйынса эҙләгеҙ

 

Хәҙерге баҙар иҡтисадында үҙең дә, ғаиләң дә тотороҡло кимәлдә йәшәй алһын өсөн шундай уҡ ышаныслы килем һәм эш урыны кәрәк. Бөгөнгө ауыр заманда бигерәк тә. Әммә профессиональ йүнәлеш биреү тигән мөһим тармаҡ беҙҙең илдә тейешенсә үҫтерелмәне. Шуны иҫтә тотоп, республикабыҙҙа бер нисә йыл элек үҫмерҙәргә һәм йәштәргә һөнәр һайлау системаһын камиллаштырыу эше башланды, ул әле лә уңышлы дауам итә. Бының өсөн “Башҡортостан Республика­һының киләсәк командаһы” порталы заман талаптарына ярашлы яңыртылды.

Бында шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының һөнәрҙәр атласы менән дә танышырға мөмкин.  Был – республиканың иң ҙур эш биреүселәренең, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәренең, юғары һәм урта профессиональ белем биреү ойошмаларының, башҡарма власть органдары һәм эксперт йәмғиәттәренең хеҙмәте һөҙөмтәһе.

Атлас республика халҡына, айырыуса йәштәргә, тыуған төбәгендәге күп һанлы һөнәри траекторияларҙы баһалау форсаты бирә. Бында яҡындағы 10-15 йылда барлыҡҡа киләсәк 131 яңы һөнәр менән дә танышырға була. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, профессиональ йүнәлеш буйынса барлыҡ субъекттар ҙа – власть органдарынан алып дөйөм белем биреү мәктәптәренә саҡлы – балалар 6-сы кластан уҡ үҫеш траекторияһын билдәләү буйынса шөғөлләнә башлаһын тигән маҡсат ҡуя. “Киләсәк командаһы” яңыртылған порталы баланың һәләте булған һөнәрҙе билдәләргә һәм артабан ҡайҙа уҡырға, ҡайҙа эшләргә икәнен аныҡларға ярҙам итә.

 

Мәшғүлдәр һаны арта

 

Башҡортостанда эшһеҙҙәрҙең дөйөм һаны йыл башынан алып 16 процентҡа кәмегән – 94,2 мең кешегә ҡалған. Быға “Демография” милли проектының “Мәшғүллеккә ярҙам” төбәк проектының үтәлеше ярҙам итте.

Был проекттың халыҡ араһын­дағы иң абруйлы ысулы – яңы һөнәргә уҡытыу программалары. “Эшһеҙлекте кәметеүгә йүнәлтелгән дәүләт программаларының иң күп файҙаланылғаны – субсидияланған яллау”, – тине республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников. Шуның һөҙөмтәһе булараҡ, мәшғүллек үҙәктәрендә теркәлгән эшһеҙҙәр һаны йыл башынан 2,2 тапҡырға кәмегән. Министрҙың беренсе урынбаҫары әйтеүенсә, Рәсәй Президенты төбәктәр алдына аныҡ бурыс ҡуйған – быйыл халыҡтың мәшғүл өлөшөн пандемияға тиклемге кимәлгә еткереү. “Был эште әүҙем дауам итәбеҙ һәм бер юлы эш би­реүселәрҙән кадрҙарға ҡытлыҡ тураһындағы мәғлүмәт тә көтәбеҙ”, – ти Юрий Мельников.

Субсидияланған яллау прог­раммаһында ҡатнашырға 900-гә яҡын предприятие теләк белдергән, улар бөтәһе биш меңдән ашыу вакансияға ғариза биргән. Бөгөнгә 526 эш биреүсегә 800-ҙән ашыу кеше урынлаштырылған да инде. Яңы һөнәргә өйрәтеү прог­раммаһында ҡатнашырға өс меңдән ашыу кеше теләк белдергән. Нигеҙҙә, улар – пенсияға сығыу алдында торған граждандар һәм йәш әсәләр.

 

Эшсе ҡулдар етмәй, ҡайҙан табырға?

 

Шул уҡ ваҡытта күп ойошмаларҙа хеҙмәткәрҙәр етешмәй. Бигерәк тә эшсе һөнәрҙәренә. Бында “ҡара эш”тә хеҙмәттең ауыр булыуы, йәштәрҙең ундай урындарға килергә ашҡынып тормауы ла йоғонто яһайҙыр инде.

– Эш биреүселәрҙе эшсе ҡулдар менән тәьмин итеү – бөгөнгө төп бурыстарҙың береһе генә түгел, ул беҙҙең алға ҡуйылған төп һынауҙар иҫәбенә лә инә, – тине республи­каның ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова министрлыҡта үткәрелгән ҡатмарлы эпидемиологик шарттарҙа хеҙмәт мигранттарын эшкә саҡырыу механизмдары һәм юлдарына арналған кәңәшмәлә. – Республиканың билдәләнгән үҫеш темпын тәьмин итеү өсөн етешмәгән хеҙмәт ресурстарын тулыландырыу беҙҙең мәнфәғәттәргә яуап бирә.

Миграция буйынса халыҡ-ара ойошманың Мәскәүҙәге бюроһы директоры Абдусаттар Эсоев, Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Тимур Хәкимов һәм башҡалар ҡатнашҡан был сарала сығыш яһаған белгестәр билдәләүенсә, миграцияны алдан уйлап ойоштороу хеҙмәт мигранттарын Башҡортостандың йәмәғәт тормошона яраҡлаштырыуҙы ла тәьмин итә аласаҡ. Хәҙер мигранттарға ҡараш үҙгәрә: улар эшсе ҡулдар ғына түгел, ә йәмғиәттең бер өлөшө лә, тимәк, улар урындағы ҡануниәтте, мәҙәниәтте һәм ғөрөф-ғәҙәтте лә үҙләштерергә бурыслы.

 

Рөстәм МОРАТОВ,

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры:

– Хөкүмәт иҡтисади үҫеште мөмкин тиклем юғарыраҡ итеү маҡсатында системалы эште дауам итә. Социаль-иҡтисади үҫештең төҙәтелгән һәм аныҡланған фаразы августа әҙер буласаҡ. Был эш былтырғы йыл аҙағында иҡтисадтың тышҡы һәм эске шарттары үҙгәрә башлауға бәйле.

Шул уҡ ваҡытта яңы коронавирус инфекцияһы таралыуының Рәсәй һәм донъя иҡтисадына кире йоғонтоһон әлегә еңерлек түгел, хатта ҡайһы бер илдәрҙә сирҙең артыуына ҡаршы йүнәлтелгән карантин сикләүҙәре яңынан индерелде йәки оҙайтылды. Шуға бәйле, иҡтисади үҫеш траекторияһын уртаса осорға ғына түгел, ә ҡыҫҡа ваҡытҡа ла билдәләү ҡатмарлы эш булып тора, сөнки был осраҡта иҡтисади шарттар ҙа, эпидемиологик хәл дә иҫәпкә алынмай ҡалмай.

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН. 

Читайте нас: