Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Сентябрь 2021, 08:46

Шәкәре һәм майы менән дан тота

Айрат Нурмөхәмәтов.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов.

Әбейҙәр сыуағының ҡояшлы, ямғырһыҙ мәленең һәр минутын файҙаланып ҡалырға тырыша ауыл хужалығы эшсәндәре.

Шишмә районы баҫыуҙарында ла эш ҡайнай. Ужым культураларын һуғыу бына-бына тамамланырға тора (98,8 проценты башҡарылған). Уртаса уңыш быйыл гектарынан 17,5 центнер тәшкил иткән. Айырым алғанда, ярауай культуралар гектарынан 16,4, һоло – 13, етен – 6,2, рапс – 7,7, ҡарабойҙай 13 центнер һуғылған. “Нерал-Шишмә”, “Промбизнес”, “АгроАльянс”, “Башкир-агроинвест” хужалыҡтарында гектар ҡеүәте – 18 – 22 центнер.

Һауа торошо тотороҡланыу менән ауыл хужалығы эшсәндәре көнбағыш урыуға төштө. Район буйынса был культураны 7 930 гектар майҙанда сәскәндәр, шуның 2 169 гектары йыйылып алынған. Районда көнбағыш урыуға тәүгеләрҙән булып Әхмәтйәнов крәҫтиән (фермер) хужалығы төшкән. Ағалы-ҡустылы Илнур менән Илшат үҙ эшен ун йыл самаһы элек асҡан булған.

Әхмәтйәновтарҙың ҡарамағында 400 гектар самаһы ер бар. Улар ужым культураларына өҫтөнлөк бирә, килемле булған өсөн йылдың- йылы көнбағыш та сәсә. Быйыл 73 гектар майҙанды ошо культураларға биргәндәр. Хужалыҡ етәксеһе Илнур Әхмәтйәнов билдәләүенсә, ҡоролоҡ арҡаһында әллә ни уңышҡа өмөт итмәһәләр ҙә, көнбағыштың сифаты һәйбәт.

– Әле көнбағышты келәткә ташыйбыҙ, һуңынан Шишмә май етештереү заводына тапшырасаҡбыҙ. Ҡоро көндәрҙе мөмкин тиклем файҙаланып ҡалырға тырышабыҙ. Көнбағыштың гектарынан 18 – 20 центнер уңыш алабыҙ. Орлоҡҡа килгәндә, тәү сиратта гибридтарға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Быйыл “Пионер” сорты үҙен һәйбәт күрһәтте. Ҡоролоҡто иҫәпкә алып, баҫыуға ашламалар индерҙек. Йәй буйы был баҫыуға бер тамсы ла ямғыр күҙе төшмәне, шуға ҡарамаҫтан, уңыш күләме ҡыуандыра, – ти Илнур Тимерғәле улы.

Баҫыуҙа заманса техника эшләй. Әле көнбағышты урған комбайн икенсе миҙгел генә ҡулланыла икән. “CLAAS” комбайны “КамАЗ”-ға таҙартылған көнбағыш ағыҙа. Рулдә – Илнурҙың улы Айнур. Егет техникум тамамлаған, юғары уҡыу йортонда ситтән тороп уҡый һәм атаһының алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы.

Әле республика хужалыҡтарында шәкәр сөгөлдөрө алыу мәле етте. Төбәктең 16 райо­нында сәсәләр татлы тамырҙы. Благовар, Дәүләкән, Бүздәк, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко район­дарында сөгөлдөргә төшкәндәр ҙә инде. Шишмә районы хужалыҡтары араһында иһә “Башкир-агроинвест”, “Агро-альянс”, “Нерал-Шишмә” хужалыҡтары тәүгеләрҙән булып тотондо.

“Нерал-Шишмә” яуаплылығы сик­ләнгән йәмғиәтенең сөгөлдөр баҫыуында ла эш ҡайнай. Беҙҙе хужалыҡ етәксеһе Наил Батыршин ҡаршы алды. Ғүмер буйы ауыл хужалығы тармағында эшләгән, “Башҡорт­остандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙ­мәткәре” исемен йөрөткән Наил Вәли улы быйылғы кеүек ҡоро йылды хәтерләмәй. Һауа торошо ҡуйған һынауҙарға бирешмәй хужалыҡ: ужым һәм ярауай культураларҙан һәйбәт уңыш алғандар, гектарынан 22 центнер һуғылған.

– Хужалыҡта йәмғеһе 90 кеше эшләй. Техника шәп. Һуңғы йылдарҙа техниканы яңыртыуға 300 миллион һумдан ашыу аҡса сарыф ителде. 780 гектар майҙанда шәкәр сөгөлдөрө сәстек, уңышҡа зарланмайбыҙ. Йылдың ҡоро булыуын иҫәпкә алғанда, сөгөлдөрҙөң уңышы көткәндән дә һәйбәтерәк булды, – ти хужалыҡ директоры.

Хужалыҡтың баш агрономы Владимир Лысенко ла сөгөлдөрҙөң сифаты һәм күләме менән ҡәнәғәт.

– Иң ҡоро осор сөгөлдөрҙөң үҫкән мәленә тура килде. Ошо баҫыуҙа бер тапҡыр ғына ямғыр яуҙы – ерҙе ни бары 45 миллиметрға ғына һыуланы. Бары тик ваҡытында ашламалар индереү һәм гибрид орлоҡтарға өҫтөнлөк биреү генә хәлде ҡотҡарҙы. Ғөмүмән, орлоҡ етештереүселәр менән туранан-тура эшләйбеҙ. Әле тәжрибә майҙансығында 20 – 25 төрлө орлоҡ үҫтереп, һынап ҡарайбыҙ. Беҙҙең һауа шарттарында үҙен һәйбәт күрһәткәненә генә өҫтөнлөк бирәбеҙ, – ти баш агроном.

Беҙ баҫыуға килгән көндө 64 йөк маши­наһы менән йәмғеһе 1 457 тонна татлы тамырҙы Раевка шәкәр заводына ебәргәндәр. Уңыш та мул булған – гектарынан 400 центнер тәшкил иткән.

Лилиә НУРЕТДИНОВА.

Читайте нас: