

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға “2022 йылға һәм 2023, 2024 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы закон проекты индерелде.
Республиканың финанс министры Лира Иғтисамова материалдарҙы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтовҡа һәм Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре комитеты етәкселәренә тапшырҙы.
Ҡануниәткә ярашлы, бюджет документтары парламентҡа 1 ноябргә тиклем индерелә һәм бөтә парламент комитеттары тарафынан ҡарала.
– Килгән материалдарҙы иң элек Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумы ҡарай, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Артабан бюджет документтары буйынса эш профилле парламент комитеттары кимәлендә башҡарыла. Закон проектын беренсе уҡыуға әҙерләү барышында депутаттарҙың тәҡдиме буйынса бюджетҡа үҙгәрештәр индерелеүе ихтимал.
Парламент спикеры әйтеүенсә, депутаттарҙың, Хөкүмәттең тәҡдиме, асыҡ тыңлауҙар һөҙөмтәһе буйынса, һалым һәм һалым булмаған килемдәрҙең, федераль бюджеттан кире ҡайтарылмай торған керемдәрҙең фактик кимәленә ҡарап, закон проектында бирелгән һандарҙың төҙәтелеүе мөмкин.
– Әле республика бюджетының 2022 йылға килеме – 228,3 миллиард һум, сығымы 243,3 миллиард һум күләмендә күҙаллана, – тине Константин Толкачев. – Дефицит 15 миллиард һум күләмендә планлаштырыла. Уны финанслау сығанаҡтары билдәләнде. Һуңғы параметрҙарҙың ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, бюджет социаль йүнәлешле буласаҡ. Бюджет килеменең бүленеше дәүләт тарафынан граждандар алдындағы йөкләмәләрҙе мөмкин тиклем үтәүгә йүнәлтеләсәк. Кешеләрҙең йәшәү кимәлен күтәреү һәм сифатын яҡшыртыу, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф системаһын үҫтереү, халыҡтың социаль яҡтан аҙ яҡланған төркөмдәренә ярҙам күрһәтеү һәм башҡалар дәүләт бюджет сәйәсәтенең өҫтөнлөгө булып ҡаласаҡ. Иҡтисадҡа бюджеттан булышлыҡ итеү аныҡ секторҙы үҫтереүгә, эшҡыуарлыҡ әүҙемлеген дәртләндереүгә йүнәлтелә.
Бюджет тураһындағы закон проекты менән бергә республика парламентына тағы ла бер нисә документ һәм материал тәҡдим ителде: “2022 йылға һәм 2023, 2024 йылдарҙың план осорона Территориаль мотлаҡ медицина страховкаһы фонды бюджеты тураһында”ғы закон проекты; 2021 йылдың тәүге яртыһында Башҡортостан Республикаһындағы социаль-иҡтисади үҫештең яҡынса йомғаҡтары һәм 2021 йылға Башҡортостан Республикаһындағы социаль-иҡтисади үҫештең көтөлгән йомғаҡтары; 2022 йылға һәм 2023, 2024 йылдарҙың план осорона республикалағы социаль-иҡтисади үҫеш фаразы; 2022 йылға һәм 2023, 2024 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджет сәйәсәтенең төп йүнәлештәре.
Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.