Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Ноябрь 2021, 13:03

Сүп-сарһыҙ йәшәргә өйрәнеп киләбеҙ шикелле...

Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙә ниндәй кимәлгә еттек?

yandex.ru.
Фото:yandex.ru.

Был даирә бөгөн ҙур үҙгәрештәр кисерә. Тармаҡҡа инвестиция йәлеп ителә, яңы технологиялар әүҙем үҙләштерелә. Республикабыҙҙа ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү инфраструктураһын үҫтереү, рөхсәтһеҙ сүп ташлау урындарын бөтөрөп, полигондарға ташылған ҡалдыҡ күләмен кәметеп кенә ҡалмай, экологияны ла яҡшырта, муниципалитеттарҙа өҫтәмә эш урындары барлыҡҡа килтерә. Әммә, һәр яңы йүнәлештәге кеүек, хәл итәһе мәсьәләләр ҙә аҙ түгел.

 

Тулы сылбыр кәрәк

 

– Төбәк операторҙарының эшенә ҡарата беҙҙең һорауҙар күп, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең күптән түгелге ошо темаға арналған ултырыш­та­рының береһендә. – Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы проблемалы мәлдәрҙе хәл итә барырға бурыслы. Әгәр ҙә беҙ ҡалдыҡ төрҙәрен айырым йыйыуҙы те­йешле кимәлдә ойошторһаҡ, тимәк, сүп-сарҙы эшкәртеүҙең бөтә сылбыры тулы­һынса булдырыласаҡ. Бынан тыш, ул халыҡ өсөн коммуналь түләүҙәрҙе лә кәметәсәк.

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәровтың ошо уҡ ултырыштағы докладынан күренеүенсә, республикала ҡалдыҡтар өсөн контейнерҙар ҡуйылған ике меңдән ашыу майҙансыҡ булдырылған. Уларға урынлаштырыу өсөн 2024 йылға саҡлы 22 мең контейнер һатып алыу талап ителә. Башҡортостандың утыҙ муниципалитетында ҡалдыҡ төрҙәрен айырым йыйыу эше башланған да инде. Беҙҙең республика ошондай айырым йыйыу өсөн контейнерҙар һатып алыуға федераль субсидия биреләсәк төбәктәр исемлегенә индерелгән, был маҡсатта киләһе йылға 236 миллион һум бирелер, тип көтөлә.

Радий Фәрит улы ҡалдыҡтарҙы айырымлап йыйыуҙы Башҡортостан ҡалаларының береһендә пилот проекты булараҡ һынап ҡарарға, артабан был тәжрибәне башҡа муниципалитеттарға ла таратырға ҡушты.

 

Йорттарҙа сүп үткәргестәр кәрәкме?

 

Сүп-сарҙы теләһә ҡайҙа ташлау һәм рөхсәтһеҙ ҡалдыҡ өйөмдәре барлыҡҡа килеү күренеше бөттө тиерлек, көнкүреш ҡалдыҡ­тарын контейнерға алып барыуға, майҙан­сыҡтарҙы тәртиптә тотоуға барыһы ла күнеккәндер, моғайын. Көн тәртибендә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу эшен яйға һалыу мәсьәләһе тора. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ошо система индерелгән Мәскәү, Түбәнге Новгород, Тверь өлкәләренең тәжрибәһен өйрәнгән. Был ойошма белгестәре, ошо төбәктәрҙәге кеүек, ауыл ерендә ҡалдыҡтар йыйыуҙың дуаль системаһын, йәғни ҡоро һәм еүеш ҡалдыҡтарҙы айырып йыйырға тәҡ­дим итә. Ҡалаларҙа һәм район үҙәк­тә­рен­дә ҡағыҙ, быяла, пластик һәм эшкәртергә яраҡһыҙ сүп-сар өсөн контейнерҙар ҡуйыу күҙаллана.

Дөрөҫ, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы фракцияларға бүлеп йыйыу ҡайһы бер район һәм ҡалаларҙа әле үк индерелә. Стәрле­тамаҡ ҡалаһында, мәҫәлән, төбәк операторы ҡалдыҡтарҙы сортҡа айырып ташыу буйынса машина һатып алған. Әммә, министр Урал Искәндәров әйткәнсә, ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу мәсьәләһе тейешенсә ҡуйылмаған әле.

– Был тәңгәлдә беҙ мәғлүмәт сәйәсәтен көсәйтергә бурыслыбыҙ, – ти ул. – Ҡалдыҡты уның төрҙәренә ҡарап йыйырға өгөтләгән ви­део­роликтар әҙерләп сығарырға йыйы­набыҙ.

Коммуналь ҡалдыҡ тип иҫәпләнмәгән сүп-сар ҙа күп йыйыла контейнер майҙан­сыҡтарында: йәшелсә баҡсаһынан йыйылған ҡый үләне, төҙөлөш ҡалдыҡтары, автомобиль шинаһы һәм башҡалар. “Муниципа­литеттарҙы был эшкә әүҙемерәк ҡушылып китергә саҡырабыҙ”, – ти министр.

Халыҡты сүп-сарҙы айырымлап йыйыу менән ҡыҙыҡһындырыу өсөн Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы күп фатирлы йорттарҙағы сүп үткәргес торба­ларҙы ябырға (ҡапҡастарҙы иретеп йәбеш­терергә йәки вертикаль торбаны торлаҡ ҡат­тары араһында ҡырҡып ташларға), ә яңы биналар төҙөгәндә әле планлаштырыу осоронда уҡ ундай сүп үткәргестәрҙән баш тартырға тәҡдим итә. Торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитетының мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортос­тандағы күп фатирлы йорттарҙа бөгөн алты меңдән ашыу сүп үткәргес файҙаланыла.

 

Ҡалдыҡтар һалырға урын етмәй...

 

Яңыраҡ Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт системаһы Өфө районында сүп-сар һалырға майҙан­сыҡтарҙың етмәүе һәм халыҡтан ошо турала ялыуҙар күбәйә башлауы тураһында хәбәр итте. Айырыуса ул 1 – 7 ноябрҙәге “каникул” осоронда ҡырҡыулашҡан (күрәһең, өйҙә ултырғанда сүп-сар ҙа күберәк “етештерелә”). Шундай ялыуҙарҙың береһе Жилино ауылындағы майҙансыҡҡа күрше ауыл­дарҙан һәм баҡсасылыҡ ширҡәттәренән ҡалдыҡтар ташыуҙары тураһында яҙа. Бының сәбәбе ябай – Өфө районында сүп контейнерҙары етешмәй.

“Бер аҙналыҡ локдаун коммуналь хужа­лыҡ өсөн һынау осорона әйләнде. Кешеләр йортта булғас, ҡалдыҡтарҙың күберәк буласағы былай ҙа алдан билдәле ине бит. Ошондай ваҡиғаларға бәйле ялыуҙар электән килә. Беҙ – Башҡорт­остандың Республикаға идара итеү үҙәге командаһы, Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте, “Махсус автохужалыҡ” төбәк операторы – был проблема менән яҡындан шөғөлләнәбеҙ. Төбәк операторы был проблеманың барлыҡҡа килеүен контейнер майҙансыҡтарының етешмәүе менән аңлата. Йөк машиналары шоферҙары сүпте көн һайын ҡул менән тейәй. Ял һәм байрам көндәрендә ҡул менән дә өлгөрә алмайҙар, ауыр техниканы саҡырырға тура килә”, – тип аңлата Республикаға идара итеү үҙәге.

Өфө ҡалаһының Октябрь районы хакимиәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, быйылғы йыл аҙағына саҡлы Жилино һәм Нуғай ауылдарында һигеҙ контейнер майҙансығы булдырыласаҡ. Әлегә Нуғайҙағы ике майҙансыҡ йыһазландырылған һәм файҙаланыуға тапшырылған, оҙаҡламай тағы береһе әҙер буласаҡ. Ҡалған буласаҡ майҙансыҡ урындарында ҡомташ һалалар, бағаналар ултыртыла. Муниципалитетта аңлатыуҙарынса, бындай майҙансыҡтар етешмәүе артабан да асыҡлана икән, властар халыҡ менән осрашып һөйләшергә һәм мәсьәләне хәл итергә әҙер.

Республикаға идара итеү үҙәге коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм ташыу мәсьәлә­ләрен һәм, ғөмүмән, экологик проблема­ларҙы даими контролдә тота. Йыл башынан алып мәғлүмәт системалары халыҡтан сүп-сар мәсьәләһенә арналған 2 196 ялыу алған. Билдәле булыуынса, Дәүләт идараһын һанлы үҫтереү, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлыҡтары, Республикаға идара итеү үҙәге берлектә “ТКО-Башҡорт­остан” исемле махсус ҡушымта ла эшләне. Уға ярашлы, ҡалдыҡтарҙы ташыу көндәлек контролдә тотола, ә проблемалы майҙан­сыҡтар буйынса Үҙәк ебәргән сигналдар бер нисә сәғәт эшендә үтәлә, ти белгестәр.

Рөхсәтһеҙ барлыҡҡа килгән ҡаты коммуналь һәм көнкүреш ҡалдыҡтары өйөмдәрен бөтөрөү ҙә көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Урал Искәндәров әйтеүенсә, бөгөнгә 1 854 ошондай өйөмдө бөтөрәһе бар әле. Йыл башынан алып 264 рөхсәтһеҙ сүп һалыу урыны бөтөрөлгән, был эш график буйынса бара. Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская белдереүенсә,  республика халҡынан килгән ялыуҙар стихиялы барлыҡҡа килгән сүп урындары, контейнерҙар менән проблемалар, ҡалдыҡтарҙы ташыған өсөн түләү барыһын да борсоғанын күрһәтә. 

 

Хаҡты күтәрергә закон ҡушмаясаҡ!

 

Күптән түгел Дәүләт Йыйылышы – Ҡо­ролтай Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы ҡарамағына “Рәсәй Федерацияһының административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы федераль закон проектын ебәрҙе. Ниндәй үҙгәрештәр тәҡдим ителә?

Проектта яҙылыуынса, коммуналь хеҙ­мәтләндереү өсөн хаҡты дөрөҫ иҫәпләмәгән ресурс тәьминәте ойошмаларын, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү опера­торҙарын яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡарала.  Әлбиттә, был әлегә тәҡдим генә. Федераль парламент ошо проектта Башҡортостан депутаттарын яҡлап сыҡһа, дәүләт торлаҡ күҙәтеүе органдарының тәртип булдырыу буйынса вәкәләттәре барлыҡҡа киләсәк. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса улар административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында протокол төҙөй аласаҡ.

– Әлегә Торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү дәүләт комитетының ундай хоҡуҡтары юҡ. Беҙҙең республикала граждандарҙың коммуналь түләүҙәрҙең артыуы хаҡындағы ялыуҙары йылына тиҫтәләрсә меңләп йыйыла, – ти Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Был осраҡта һәр кем квитанцияла күрһәтелгән иҫәпте ентекләп тикшереп тормай һәм хаҡтарҙы ҡайтанан ҡарауҙы һорап мөрәжәғәт тә итмәй. Ресурстар менән тәьмин итеүсе дөрөҫ эшләнмәгән иҫәп-хисап өсөн яуап бирергә тейеш икәнлеген иҫенән сығармаһа, тимәк, тәртип тә буласаҡ.

Парламент етәксеһе әйтеүенсә, бөгөн Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексында ошо өлкәлә юридик тиңлелек принцибы тәьмин ителмәй: ресурс менән тәьмин итеү ойошмалары һәм ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү операторҙары бер яҡ ситтә ҡала, шул уҡ ваҡытта идара итеүсе компаниялар ошо Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына ярашлы яуап бирә. Тап шуға күрә лә Башҡортостан парламенты был өлкәлә ғәҙеллек булдырыу яҡлы.

 

Зариф БАЙҒУСҠАРОВ,

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты:

– “Берҙәм Рәсәй” партияһы экологик именлекте халыҡ программаһының төп бурысы тип иҫәпләй. Бындай именлек, барыһынан элек – халыҡтың һаулығы һәм киләсәк быуындарҙың сәләмәт булыу шарты ул. Һайлаусылар менән осрашҡанда ла наказдарҙың күбеһе экологияға бәйле була.

Һауаға зарарлы ҡалдыҡтар сығарыу, таҙа һыу проблемаһын, ҡалдыҡтар йыйыу һәм ташыу мәсьәләләрен тамырынан хәл итәһе бар әле. Бының өсөн “Берҙәм Рәсәй” экологик мониторингтың заманса системаһын булдырырға һәм уны йоғонтоло файҙаланырға тәҡдим итә. Һәр граждандың интернеттағы мәғлүмәт ресурсы аша экология буйынса дөрөҫ һәм көнүҙәк мәғлүмәтте алыу мөмкинлеге булырға тейеш. Әлбиттә, был атмосфера һауаһын һәм һыу ятҡылыҡтарын бысратыуға ла ҡағыла. Барлыҡ ҙур предприятиеларға зарарлы ҡалдыҡтар сығарыуҙы күҙәткән онлайн-контроль приборҙарын ҡуйырға кәрәк. Күп фатирлы һәр йортто һәм ауылдағы йорт хужалыҡтарын ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырып йыйыу өсөн инфраструктура менән йыһазландырыу бурысы тора.

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.

Читайте нас: