Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Ғинуар 2022, 18:33

Фәҡирлекте яңыса үлсәйәсәктәр

yur-gazeta.ru
Фото:yur-gazeta.ru

Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы фәҡирлек кимәлен үлсәүҙең  яңы ысулын тәҡдим итте. Яңы алым йәшәү минимумын ҡулланыу кәрзине нигеҙендә иҫәпләгәндә мәғлүмәттәрҙе сағыштырып ҡарау өсөн кәрәк булған. Министрлыҡта раҫлауҙарынса, был ысул ярҙам саралары билдәләүгә бер нисек тә йоғонто яһамай.

Тәҡдим ителгән ысул “фәҡирлек сиге” тигән тө­шөн­сәне индереүҙе һәм уның кимәлен билдәләгәндә инфляцияны иҫәпкә алыуҙы күҙ уңында тота. “Фәҡирлек сиге” тип ҡулланыу кәрзине нигеҙендә иҫәпләнгән йәшәү минимумының һуңғы күрһәткесе алына, тип аңлаталар министрлыҡта. Анығыраҡ әйткәндә – 2020 йылдың дүртенсе кварталындағы йәшәү минимумы дәүмәле алына һәм ул, инфляция кимәленә ҡарап, артабан квартал һайын индексациялана.

Шулай итеп, йәшәү минимумын билдәләүҙең яңы моделенә күскәнгә саҡлы ҡулланылған элекке иҫәпләүҙәрҙе сағыштырып ҡарау мөмкинлеге тыуа. Проектҡа ярашлы, киләһе йылдың кварталдарында йәшәү кимәле ошо “фәҡирлек сиге”н ҡулланып баһаланасаҡ. Ул фәҡәт статистика күрһәткесе итеп кенә файҙаланыласаҡ, тиҙәр министрлыҡта. Социаль ярҙам сараларын билдәләү өсөн элеккесә йәшәү минимумы ҡулланыласаҡ.

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН

Читайте нас: