Башҡортостан
-11 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Апрель , 09:08

Сәнәғәт һәм сауҙа предприятиеларына льготалы кредит өсөн аҡса бүленгән

Махсус кредит программаһына өҫтәмә рәүештә 80 миллиард һум йүнәлтелгән. Яңы программа сиктәрендә сәнәғәт һәм сауҙа предприятиелары йылына 11 процент менән льготалы ставка буйынса кредит алырға мөмкин.

Сәнәғәт һәм сауҙа предприятиеларына льготалы кредит өсөн аҡса бүленгән
Сәнәғәт һәм сауҙа предприятиеларына льготалы кредит өсөн аҡса бүленгән

Махсус кредит программаһына өҫтәмә рәүештә 80 миллиард һум йүнәлтелгән.

Яңы программа сиктәрендә сәнәғәт һәм сауҙа предприятиелары йылына 11 процент менән льготалы ставка буйынса кредит алырға мөмкин.

Рәсәй хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бер предприятие – бер йылға 10 миллиард һумғаса, компаниялар төркөмө 30 миллиард һумға тиклем аҡса алыу мөмкинлегенә эйә.

Мартта сәнәғәт һәм сауҙа ойошмаларына льготалы кредит программаһын ғәмәлгә ашырыу өсөн хөкүмәттең резерв фондынан 40 миллиард һум бүленгән.

Резерв фондынан өҫтәмә финанслау менән кредит портфеле 1,2 триллион һум тәшкил итә.

Фото: "Башинформ"дан.

Автор:
Читайте нас в