Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Июль 2022, 13:15

Благовещен иң яҡшы ун моноҡала иҫәбендә

Радий Хәбиров: "Олег Евгеньевич Головҡа һәм уның командаһына яҡшы эш өсөн рәхмәт белдерәм!" 

Благовещен иң яҡшы ун моноҡала иҫәбендә
Благовещен иң яҡшы ун моноҡала иҫәбендә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә 2021 йыл һөҙөмтәһе буйынса Благовещен ҡалаһының Рәсәй моноҡалалары араһында иң яҡшы унау иҫәбенә инеүе хаҡында хәбәр итте. Етәксе: “Ҙур системалы эштең яҡшы һөҙөмтәһе”, – тип белдерҙе.

–  Благовещен – Башҡортостандағы биш йылдам үҫеш биләмәһенең береһе. Ҡала “Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе” статусын 2019 йылда алды. Ул иҡтисад һәм социаль өлкәгә инвестициялар йәлеп итеү, яңы эш урындары һәм ҡыҙыҡлы проекттар булдырырға, унда йәшәгәндәргә яңы мөмкинлектәр тыуҙырырға булышлыҡ итә. Беҙ ҡалала уңайлы мөхит булдырыу өлкәһендә лә күп эшләйбеҙ, шул иҫәптән федераль программаларҙа ҡатнашыу һөҙөмтәһендә.

Эксперттар Благовещенда эшҡыуарҙарҙың әүҙемлеген билдәләй, ә ҡала халҡы араһында уҙғарылған һорау алыуҙар муниципаль етәкселеккә ышаныс белдергәнен күрһәтә.

Олег Евгеньевич Головҡа һәм уның командаһына яҡшы эш өсөн рәхмәт белдерәм! Һәм – артабан хәрәкәт итәбеҙ. Башҡа моноҡалаларҙы ла рейтингтың башында күрермен, тип ышанам, - тип уртаҡлашҡан Радий Хәбиров.

Фото: Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.   

 

Благовещен иң яҡшы ун моноҡала иҫәбендә
Благовещен иң яҡшы ун моноҡала иҫәбендә
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: