Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Ноябрь 2022, 23:15

Бурысты ваҡытында үтәү зарур

1 декабрҙә граждандарҙың 2021 йыл өсөн милек һалымын түләү ваҡыты сыға. Был йәһәттән бер иҫкәрмә лә бар.

Бурысты ваҡытында үтәү зарур
Бурысты ваҡытында үтәү зарур

Был иҫкәрмә мобилизацияланғандарға ҡағыла. Уларға хәрби хеҙмәт осоронда, хәрби хеҙмәттән һуң өсөнсө айҙың 28-енә тиклем, автоматик рәүештә һалым түләү ваҡыты оҙайтыла. Ҡалған граждандарға 1 декабрҙән дә һуңға ҡалмайынса милек һалымын түләргә кәрәк.

Был бурысты “Һалымды һәм иғәнәләрҙе түләү” хеҙмәте йәки “Һалым түләүсенең шәхси кабинеты”нда атҡарырға мөмкин. Һорауҙарығыҙ менән Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының “ҡыҙыу бәйләнеш”е аша һорауҙарығыҙҙы бирә алаһығыҙ: (347) 226-38-00.

Һалым түләү тураһында онотманығыҙмы? Республика халҡына милек һалымын түләү ваҡыты етеп килеүе хаҡында иҫкәрмәләр таратылды. Ер, транспорт, торлаҡ өсөн милек һалымдарын быйыл 1 декабргә тиклем түләп ҡуйырға кәрәк.

Фото: pushchinocity.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: