Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Ноябрь 2022, 17:15

Юл хеҙмәттәре өсөн көсөргәнешле миҙгел башланды

Юл таҙартыуға 700 берәмектән ашыу техника йәлеп ителгән.

Юл хеҙмәттәре өсөн көсөргәнешле миҙгел башланды
Юл хеҙмәттәре өсөн көсөргәнешле миҙгел башланды

Һауа шарттары үҙгәреү сәбәпле, юл хеҙмәттәре юғары әҙерлек тәртибенә күсте. Юлдағы хәлгә контроллек итеү өсөн Юл хужалығы идаралығындағы хәл-шарттар үҙәге, “Урал буйы” идаралығының һәм “Башкиравтодор”ҙың диспетчерлыҡ хеҙмәттәре тәүлек әйләнәһенә эшләй.

Әле юл таҙартыуға һәм эшкәртеүгә 700 берәмектән ашыу техника йәлеп ителгән, шуның 176-һы – федераль әһәмиәттәге, 408-е – төбәк әһәмиәтендәге, Өфө буйынса – 164 бермек. Уларҙың барыһы ла ГЛОНАСС системаһы менән йыһазландырылған.

Юлдың ҡатмарлы участкаларына ҡом-тоҙ ҡатнашмаһы менән 654 йәшник ҡуйылған, шулай уҡ был урындарҙы урап үтеү маршруты билдәләнгән, автотранспортты ваҡтлыса ҡуйыу өсөн майҙансыҡтар билдәләнгән.

Ҡыш федераль трассаларҙы таҙартыуға 232, ә төбәк һәм муниципаль-ара юлдарға тағы ла 1388 берәмек техника йәлеп итеү күҙаллана. Ҡалаларҙың техник парктарында 849 машина иҫәпләнә.

– Ҡышҡы осорҙа юлдар айырым контролдә тотола. Юл хеҙмәттәре тәүлек әйләнәһенә эшләй. Тәү сиратта автомобилдәр күп йөрөгән төбәк трассаларын, артабан муниципаль-ара юлдарҙы ҡарҙан таҙарталар һәм боҙлауыҡҡа ҡаршы эшкәртәләр, – тине республиканың Юл хужалығы идаралығы етәксеһе Артем Шамхалов.

Тәүлек әйләнәһенә эшләгән дежур-диспетчерлыҡ хеҙмәттәренең телефондары:

Ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыуҙың берҙәм телефоны: 112

“Урал буйы” идаралығы: +7(347) 286-07-18, 8-917-046-79-53

Башҡортостандың Юл хужалығы идаралығы: 8-927-355-11-00

“Башкиравтодор” йәмғиәте: 8(347) 262-52-00; +7 927 950 59 59

Өфөнөң коммуналь хужалыҡ идаралығы: +7(347)-273-39-94

Фото: transport.bashkortostan.ru

Сығанаҡ: transport.bashkortostan.ru

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: