Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Февраль 2023, 14:00

Ярҙам саралары көсәйтелә

Башҡортостанда үҙ эшләнмәләрен индергән етештереүселәр өсөн ярҙам саралары көсәйтелә

Ярҙам саралары көсәйтелә
Ярҙам саралары көсәйтелә

2023 йылда Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фонды менән берлектә Башҡортостан Сәнәғәт министрлығы пилотһыҙ осоу аппараттарын етештереүселәр өсөн грант программаһын башлай. БПЛА әҙерләү өсөн сеймал һәм комплектлаусы изделиелар һатып алыуға гранттар биреү механизмдары әҙерләнә, һәм быйыл уҡ ошо маҡсатҡа 190 миллион һум ҡаралған. Республикала пилотһыҙ осоу аппараттарын етештереүселәр бар, улар төбәк фонды иҫәбенә әйләнештәге аҡсаларын тулыландыра ала.

– Беҙҙең ҙур ярҙамсы – Инновацияларға булышлыҡ итеү үҙәге. Беҙ уны 3-сө көрсөккә ҡаршы саралар пакеты сиктәрендә ойошторҙоҡ. Һәм был дөрөҫ ҡарар булған. Үҙәк эшкәртеүселәрҙең идеяларын уңышлы алға һөрә, уларҙың предприятиелар менән үҙ-ара эш итеүен көйләй. 2022 йылда Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды Башҡортостандың 120 уйлап табыусыһын 328 миллион һумға хупланы, – тине республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостандың Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы башлығы Александр Шельдяев.

Фото: ufa.bezformata.com

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: