Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Апрель 2023, 10:30

Мәләүез заводы етештереүҙе модернизациялауға льготалы займ алды

Яңыртылған етештереү ҡеүәте - йылына 240 тонна елем һәм 1008 тонна резина ҡатнашмаһы буласаҡ.

Мәләүез заводы етештереүҙе модернизациялауға льготалы займ алды
Мәләүез заводы етештереүҙе модернизациялауға льготалы займ алды
- Проект төбәктең химия тармағын үҫтереүгә этәргес бирә. Беҙҙең иҫәпләүҙәр буйынса, модернизациялау арҡаһында предприятиела хеҙмәт етештереүсәнлеге үҫеше 2025 йылға 104,4 процент тәшкил итәсәк. Финанс йәһәттән проекттың маҡсаты - йылына 367,4 миллион һумдан ашыу һатыу күләменә өлгәшеү. Күләмдәрҙең артыуы күрше өлкәләрҙәге предприятиеларҙы сеймал менән тәьмин итәсәк, — тип һөйләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.
«Эколайн» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте елемдәр һәм резина ҡатнашмалары етештерә. Улар автомобиль, тау-байыҡтырыу, тимер юл, нефть-газ тармаҡтарында, аяҡ кейеме, спорт ҡоралдары һәм кейеҙ продукцияһы етештереүҙә ҡулланыла.
2022 йылда предприятиеның килеме 824 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән (республика буйынса 4-се урын). Завод йылына 1800 тонна елем һәм 2280 тонна резина ҡатнашмаһы етештерә.
- Предприятие 2020 йылда «Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам» милли проектында ҡатнашты.  Төбәк компетенциялар үҙәге менән берлектә уҙғарылған сараларҙың дөйөм ыңғай һөҙөмтәһе бөгөнгө көнгә 6,4 миллион һумдан ашыу тәшкил итте, — тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры – иҡтисади үҫеш министры Рөстәм Моратов.
 
Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/20736/
Мәләүез заводы етештереүҙе модернизациялауға льготалы займ алды
Мәләүез заводы етештереүҙе модернизациялауға льготалы займ алды
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: