Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
31 Май 2023, 14:25

Яңы программа халыҡтың тормош кимәлен күтәрәсәк

Республика халҡы оҙайлы һаҡлыҡҡа йыйылған аҡса программаһында ҡатнаша ала. 

Яңы программа халыҡтың тормош кимәлен күтәрәсәк
Яңы программа халыҡтың тормош кимәлен күтәрәсәк

Рәсәйҙә оҙайлы һаҡлыҡҡа аҡса һалыу программаһы барлыҡҡа киләсәк - Дәүләт Думаһы депутаттары тәүге уҡыуҙа тейешле закон проектын хупланы. 2024 йылдың 1 ғинуарынан рәсәйҙәр дәүләттән финанс ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә. Эш шунда: программала ҡатнашыусы аҡса һала, ә дәүләт һалынған аҡсаны өҫтәп финанслай.

Һаҡлыҡҡа йыйылған аҡса оҙайлы ваҡытҡа – 15 йылға тиклем һалына. Улар үҙаллы иғәнәләр, шулай уҡ пенсия аҡсалары иҫәбенә булдырыла. Программала ҡатнашыусы йыл һайын НДФЛ-ды кире ҡайтарыу иҫәбенә 52 мең һумға тиклем өҫтәмә килем аласаҡ. Ә күсерелгән аҡса дәүләт тарафынан 2,8 миллион һум суммаға страховкалана.

Был программа Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса әҙерләнгән.

– Оҙайлы һаҡлыҡҡа йыйылған аҡсалар программаһы граждандарға киләсәктә финанс тотороҡлолоғоноң өҫтәмә гарантияларын булдырырға һәм алырға мөмкинлек бирәсәк, - тип билдәләне Рәсәйҙең финанс министры Антон Силуанов, Рәсәйҙең финанс министры.

Иҡтисад фәндәре докторы, Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Азат Йәнгиров оҙайлы һаҡлыҡҡа йыйылған аҡса программаһы - ил халҡының көнкүрешен планлы рәүештә яҡшыртырға мөмкинлек биргән бик етди ҡорал, тип билдәләне.

– Шул уҡ ваҡытта беҙҙең иҡтисад инфраструктура проекттарына, мегапроекттарға аҡса һалырға һәм Рәсәй иҡтисады үҫеше өсөн импульс формалаштырырға мөмкин булған оҙайлы сроклы ресурстар аласаҡ, – тине Азат Йәнгиров.

Фото: isetsk-72.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: