Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Июнь 2023, 12:10

Иҡтисади үҫеш министрлығы вәкилдәре - "Алға"ла

Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы делегацияһының паркка сәфәре программаһының төп пункттарының береһе Белоруссияның “Амкодор” компанияһының етештереү комплексы булды. Әлеге ваҡытта бында төҙөлөш эштәре тамамланған һәм ҡорамалдарҙы көйләү бара.

Иҡтисади үҫеш министрлығы вәкилдәре - "Алға"ла
Иҡтисади үҫеш министрлығы вәкилдәре - "Алға"ла

Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы сиктәрендә “Өфө” индустриаль паркы рәсми делегацияны яңы статуста – “Алға” махсус иҡтисади зонаһының бишенсе майҙансығында ҡабул итте. Бында Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Дмитрий Вольвачтың, Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығының, парк резиденттарының һәм Үҫеш корпорацияһы – преференциаль зона идара итеү компанияһы етәкселегенең эш осрашыуы үтте. Ҡунаҡтарҙы предприятиелар эшмәкәрлеге һәм парк биләмәһен “Алға” махсус иҡтисади зонаһы составына индергәндән һуң яҡын аралағы пландар менән таныштырҙылар.

Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы делегацияһының паркка визиты программаһының төп пункттарының береһе Белоруссияның “Амкодор” компанияһының етештереү комплексы булды. Әлеге ваҡытта бында төҙөлөш эштәре тамамланған һәм ҡорамалдарҙы көйләү бара.

– Бында тәжрибә һәм кооперацияның бик юғары кимәле барлыҡҡа килде. Башҡортостан Республикаһынан хеҙмәттәштәре ҙур эш башҡарҙы: тәүҙә төҙөлөш өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылды, һуңынан – сәнәғәт-производство тибындағы айырыуса иҡтисади зонаны күҙ уңында тотҡан бығаса булмаған ярҙам саралары. Ләкин иң мөһиме – бөгөн беҙҙә юғары технологиялы продукция етештереүгә әҙер предприятие бар, – тип билдәләне Дмитрий Вольвач.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, алдан Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән “Өфө” индустриаль паркы “Алға” махсус иҡтисади зонаһы биләмәһенең бер өлөшөнә әүерелде. Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы генераль директоры Наил Ғәббәсов осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙы яңы резиденттар өсөн перспективалар һәм өҫтөнлөктәр менән таныштырҙы.

– Дмитрий Валерьевич билдәләүенсә, беҙҙең республика ысынлап та инвесторҙарға бығаса булмаған дәүләт ярҙамы сараларын тәҡдим итергә әҙер. Шулай итеп, махсус иҡтисади зонаға ингәндән һуң парк резиденттары булып киткән компаниялар һалым һәм таможня ташламаларына дәғүә итә ала. Шулай уҡ “Өфө” индустриаль паркы биләмәһен махсус иҡтисади зона составына индереү уңайлы иҡтисади-географик урын, үҫешкән транспорт инфраструктураһы рәүешендә өҫтәмә өҫтөнлөктәр бирә, был резиденттар өсөн уңайлы логистика ойошторорға мөмкинлек, – тип йомғаҡ яһаны Наил Ғәббәсов.

“Өфө” индустриаль паркы биләмәһен “Алға” махсус иҡтисади зонаһы составына индереүҙе иҫәпкә алып, уның майҙаны 763 гектар тәшкил итәсәк. Махсус иҡтисади зона резиденты статусын алған компаниялар, һалым ставкаларын кәметеү, тиҙләтелгән амортизациялау, ерҙе ҡуртымға алыуға һәм һатып алыуға ташламалар, шулай уҡ ирекле таможня зонаһының тәьҫире менән файҙаланып, инвестиция проекттарын тормошҡа ашыра ала.

Фото һәм сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәте сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: