Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Июль 2023, 10:15

Яңы проекттар хупланды

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы «инвестиция сәғәте»н үткәрҙе  

Яңы проекттар хупланды
Яңы проекттар хупланды
«Азимут» компанияһы директоры Кирилл Горбунов Өфөнөң Нуғай ауылында юл буйы сервис комплексын төҙөү пландары хаҡында һөйләне. Ул Өфө–Охлебинин юлы буйлап урынлашасаҡ һәм автомобиль газ тултырыу компрессор станцияһы (АГНКС), магазин, автомобилдәргә сервис хеҙмәтләндереү пункты менән парковка һәм килеүселәр өсөн ял итеү зонаһын үҙ эсенә аласаҡ. Проекттың дөйөм хаҡы – 120 миллион һум. Майҙансыҡта төҙөлөш-монтаж эштәре башланған һәм АГНКС өсөн ҡорамалдарҙың бер өлөшө ҡуйылған. Комплексты 2023 йылдың аҙағына тиклем асырға планлаштыралар.
 
«Нарыҫтау» туристик комплексын киңәйтеү буйынса башланғыс тураһында проекттың кураторы Альберт Сәфәрғолов һөйләне. Турбаза 2019 Йылда Миәкә районының Сергеевка быуаһы буйында төҙөлгән. Уның территорияһында 25 кеше өсөн тирмәләр, мунса комплексы, кафе һәм мангаллы беседкалар ҡуйылған. Инвестиция проектының икенсе этабы сиктәрендә туристар өсөн 36 урынлыҡ ҡунаҡхана комплексы төҙөргә планлаштыралар. Был 41 миллион һум күләмендә аҡса талап итәсәк. Республиканың инвестиция комитеты тәҡдим ителгән проектты хупланы һәм уға өҫтөнлөклө статус бирҙе. Уны тормошҡа ашырыу сиктәрендә инженер инфраструктураһын булдырыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплаясаҡтар.
 
Радий Хәбиров шулай уҡ инвесторҙарға турбаза биләмәһендә глэмпинг йәки ҡунаҡтарҙы урынлаштырыу өсөн башҡа форматтағы капиталь булмаған объекттар булдырыу мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте. «Туризм» милли проекты сиктәрендә бындай проекттар субсидия формаһында дәүләт ярҙамы ала ала. Альберт Сәфәрғолов был йүнәлештә мөмкин булған үҫеш варианттарын эшләйәсәген әйтте.
 
 
https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/168094.html
Яңы проекттар хупланды
Яңы проекттар хупланды
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: