Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Август 2023, 22:10

Сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә яңы проекттар хупланды

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы «инвестиция сәғәте»н үткәрҙе. Унда сәнәғәттә, ауыл хужалығында һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә яңы башланғыстар хупланды.

Сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә яңы проекттар хупланды
Сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә яңы проекттар хупланды

«Уфаоргсинтез» компанияһының генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Николай Каширин экологик хәүефте бөтөрөү һәм ағынты һыуҙарҙы һөҙөмтәле таҙартыу өсөн иҫкергән таҙартыу ҡоролмаларын реконструкциялау проектын тәҡдим итте. Объектты яңыртыуҙың дөйөм хаҡы -1,6 миллиард һум. Инвестор проекттың беренсе этабын тормошҡа ашырған да инде. 2025 йылда комплекс эшләй башлағас, предприятиела 23 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса проектҡа һалым льготалары менән өҫтөнлөклө статус бирелде.

Баймаҡ районында «Күлтабан» һөтсөлөк-тауар фермаһын реконструкциялау проекты тураһында «А7 Менеджмент» компанияһының генераль директоры Алексей Комаровских һөйләне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдың майында «Урал аръяғы» бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында Башҡортостан Хөкүмәте, һаҡлыҡ банкы һәм «А7 Менеджмент» компанияһы бер нисә башланғысты тормошҡа ашырыу тураһында килешеү төҙөнө. Улар иҫәбендә - «Күлтабан»фермаһын яңыртыу. Проектҡа 739 миллион һум аҡса һалырға планлаштырылған. Ул яңы ҡорамалдар һәм тоҡомло мал һатып алыуға йүнәлтелә. Һөҙөмтәлә 2027 йылға фермала эре мөгөҙлө мал һаны - 2 000 башҡа, ә йыллыҡ һөт етештереү йылына 11,5 мең тоннаға етәсәк. Инвесторға ярҙам сараһы сифатында малсылыҡ корпусын төҙөүгә һәм тоҡомло мал һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплаясаҡтар. Баймаҡ районы хакимиәте шулай уҡ ферма ихтыяждары өсөн өҫтәмә ауыл хужалығы ерҙәрен рәсмиләштереүгә булышлыҡ итәсәк.

«Өфө Драйв» компанияһының генераль директоры Руслан Ғилметдинов Өфөнөң Калинин районында «Түбәтәй» исеме аҫтында тиҙ ашамлыҡ ресторанын төҙөү проектын тәҡдим итте. Учреждение концепцияһы төрки стилендә эшләнгән. Проектҡа 100 миллион һум самаһы аҡса һалырға һәм 2024 йылда ресторанды асырға планлаштыралар. Киләһе өс йыл эсендә унда эш урындары һаны 100-гә етәсәк. Руслан Ғилманов киләсәктә Өфөлә ошондай тағы бер нисә объект булдырыу мөмкинлеген ҡарауын өҫтәне.

Башҡортостандың инвестиция комитеты тәҡдим ителгән башланғысты хупланы. Инвесторға ресторан төҙөү өсөн ер участкаһы ҡуртымға бирелә.

https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/165043.html



 

Сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә яңы проекттар хупланды
Сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә яңы проекттар хупланды
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: