Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Август 2023, 20:10

Эшҡыуарҙар иғтибарына!

Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы Авито менән берлектә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү буйынса федераль программаны тормошҡа ашыра.

Эшҡыуарҙар иғтибарына!
Эшҡыуарҙар иғтибарына!

Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы Авито менән берлектә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү буйынса федераль программаны тормошҡа ашыра. Был программа нигеҙендә тауарҙарын йәки хеҙмәттәрен тәҡдим иткән эшҡыуарҙар Авито-онлайн платформала бизнесының үҫеше өсөн ярҙам ала аласаҡ. Ул “Минең бизнес” үҙәктәре базаһында “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

- Авито менән берлектәге проект Башҡортостан эшҡыуарҙарына тауарҙарын һәм хеҙмәттәрен һөҙөмтәле һатырға, яңы клиенттар йәлеп итергә булышасаҡ. Был программа ғәмәлгә ингәндән алып республикала унан 30 эшҡыуар файҙаланды ла инде, - тине Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса министры Рөстәм Афзалов.

Программа 2023 йылдың 15 сентябренә тиклем ғәмәлдә була.

Тулыраҡ мәғлүмәтте БР “Минең бизнес” үҙәге консультантынан 7(347) 224-99-99 ҡыҙыу линияһына шылтыратып алырға мөмкин.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: