Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Ноябрь 2023, 19:50

Федераль ҡаҙналыҡ етәксеһе урынбаҫары Эли Исаев менән эшлекле осрашыу үтте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Федераль ҡаҙналыҡ етәксеһе урынбаҫары Эли Исаев менән осрашты. Унда ведомство менән үҙ-ара эш итеү һәм төбәктең бюджет сәйәсәтенең һөҙөмтәлелеген күтәреү мәсьәләләре ҡаралды.      

Федераль ҡаҙналыҡ етәксеһе урынбаҫары Эли Исаев менән эшлекле осрашыу үтте
Федераль ҡаҙналыҡ етәксеһе урынбаҫары Эли Исаев менән эшлекле осрашыу үтте

- Республика йылдам үҫешә, ҙур проекттар тормошҡа ашырыла. Беҙгә байтаҡ күләмдә капитал һалыуҙар килә. Был процестарҙың финанс дисциплинаһы һәм һәр бюджет һумын һалымдың юғары һөҙөмтәлелеге сиктәрендә булыуы мөһим. Федераль ҡаҙналыҡ үткәргән тикшереүҙәр һөҙөмтәләре проблемалы урындарҙы асыҡларға һәм бөтөрөргә мөмкинлек бирер, тип ышанам, – тине Радий Хәбиров. 

Осрашыуҙа төбәктең төп министрлыҡтары һәм ведомстволары эшмәкәрлегенә, бюджет средстволары менән идара итеүгә һәм ҙур төҙөлөш проекттарын тормошҡа ашырыуҙың һөҙөмтәлелегенә анализ һөҙөмтәләре тикшерелде.

- Республикаға эш сәфәре Федераль ҡаҙналыҡтың тикшереү эше сиктәрендә үтә. Уның йомғаҡтары буйынса республиканың финанс дисциплинаһын ниндәй йүнәлештәр буйынса яҡшырта алыуын билдәләйәсәкбеҙ. Республика бюджеты буйынса ул ярайһы уҡ юғары кимәлдә. Муниципалитеттарҙың эш һөҙөмтәлелегенә иғтибар итергә кәрәк. Беҙҙең бурыс - етешһеҙлектәрҙе асыҡлау һәм уларҙы нисек төҙәтергә кәрәклеген күрһәтеү. Һеҙ тикшереү һөҙөмтәләре буйынса ебәрелгән тәҡдимдәрҙе уңышлы ҡулланырһығыҙ, тип ышанам, - тип билдәләне Эли Исаев.  

Башҡортостан Башлығы Федераль ҡаҙналыҡ етәксеһе урынбаҫарына төбәк менән конструктив эш алып барыуы өсөн рәхмәт белдерҙе.

- Финанс дисциплинаһы мәсьәләһе бик мөһим. Беҙ һәр ваҡыт бюджетты хеҙмәтләндереүҙең һөҙөмтәлелеген һәм сифатын күтәреү, аҡсаны маҡсатлы тотоноуҙы контролдә тотоу йәһәтенән эшләйбеҙ. Муниципалитет һәм уларҙың финанс бүлексәләре етәкселәре өсөн уҡытыу үткәрәбеҙ.Ҡаҙна органдары был эштә беҙгә етди ярҙам күрһәтә, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. 

Федераль ҡаҙналыҡ етәксеһе урынбаҫары Эли Исаев менән эшлекле осрашыу үтте
Федераль ҡаҙналыҡ етәксеһе урынбаҫары Эли Исаев менән эшлекле осрашыу үтте
Автор:
Читайте нас: