Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Ноябрь 2023, 20:40

Халыҡ-ара баҙарҙарға берҙәм тәҙрә: үҙ продукцияһының сифатын нисек раҫларға һәм тиҙ арала экспортлаусы булырға?

«Рәсәйҙә етештерелгән" экспортерҙар клубының үткән ултырышында «Рәсәйҙә етештерелгән» ирекле сертификатын алырға теләгән эшҡыуарҙар өсөн яңы мөмкинлектәр тәҡдим ителде. Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева Made in Bashkortostan  брендын сит ил баҙарҙарында танытыуҙың мөһимлеге хаҡында һөйләне.

Халыҡ-ара баҙарҙарға берҙәм тәҙрә: үҙ продукцияһының сифатын нисек раҫларға һәм тиҙ арала экспортлаусы булырға?
Халыҡ-ара баҙарҙарға берҙәм тәҙрә: үҙ продукцияһының сифатын нисек раҫларға һәм тиҙ арала экспортлаусы булырға?

 

- Беҙ Башҡортостан республикаһы предприятиелары продукцияһын made in Bashkortostan бренды аҫтында танытыуға айырыуса иғтибар бүләбеҙ. Беҙ ышаныслы һәм сифатлы продукт имиджын булдырабыҙ. Уны үҫтереү өсөн беҙ эшҡыуарҙарыбыҙҙың сит ил бизнес-миссияларында һәм күргәҙмә-йәрминкә сараларында ҡатнашыуына булышлыҡ итәсәкбеҙ. Шулай итеп, улар үҙ продукцияһын шәхсән үҙе тәҡдим итә, эшлекле бәйләнештәр булдыра ала, был, ахыр сиктә, тәьмин итеү буйынса килешеүҙәр төҙөүгә килтерә. Мәҫәлән, 2023 йылда Башҡортостандың 125 компанияһы Иран, Монголия, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһына 5 бизнес-миссияла, шулай уҡ Үзбәкстанда, Әзербайжанда һәм Ҡаҙағстанда 8 күргәҙмәлә ҡатнашты. Был визиттар һөҙөмтәләре буйынса улар дөйөм суммаһы 19 миллион аҡш долларынан ашыу суммаға экспорт контракттары төҙөнө, – тип уртаҡлашты Маргарита Болычева.

"Рәсәй экспорт үҙәге" акционерҙар йәмғиәтенең экспорт тауарҙарын халыҡ-ара яраҡлаштырыу буйынса эксперты Мәликә Черкесова продукцияны «Рәсәйҙә етештерелгән» маркаһы менән тәьмин итеүсе сертификат алыу ысулдары менән уртаҡлашты.

- "Рәсәйҙә етештерелгән" проекты 2017 йылда старт алды. 2022 йылда ҡайһы бер параметрҙарын үҙгәртеп һәм күрһәткестәрен киңәйтеп яңыртылды. «Made in Russia» программаһына инеү өсөн продукцияны, эштәрҙе (хеҙмәттәрҙе) ирекле сертификациялау процедураһын үтергә кәрәк. «Рәсәйҙә етештерелгән» яңы ирекле сертификация системаһы сиктәрендә продукция өҫтәмә тикшереүҙәргә, инспекцияларға дусар ителмәй. Аккредитациялау өлкәһе булған аккредитацияланған органдар тарафынан продукцияны сертификациялауға бирелгән документтар раҫлана, - тип аңлатты ул.

Рәсәй стандартлаштырыу институтының техник көйләү һәм эксперт-аналитика эше департаменты директоры Александр Исаев  дәүләт органдарына ғына сертификаттар биреүҙе рөхсәт итеү маҡсатында ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү буйынса тәҡдимдәр тураһында хәбәр итте.

- Проекттың маҡсаты - эске һәм халыҡ-ара баҙарҙа хәүефһеҙ һәм сифатлы продукцияны үҫтереү. Шулай уҡ беҙ Рәсәйҙә сертификат алғас, уны икенсе илдә алырға тура килмәһен өсөн халыҡ-ара аренала эшебеҙҙе таныуға өлгәшергә ниәтләйбеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды эксперт. -

 Төркиә Республикаһында Рәсәй экспорт үҙәге операторы Даниела Эдис төркиә баҙарына уңышлы сығырға теләгән эшҡыуарҙарға ҡиммәтле кәңәштәр бирҙе.

“Бэйцзин Бэйчжань Кэцзи Фачжань" яуаплылығы сикләнгән компанияһының идара итеүсе директоры Чжань Минь форумда ҡатнашыусыларҙы хеҙмәттәшлек перспективаларын өйрәнеү өсөн Цзянси провинцияһына саҡырҙы.

 Рәсәй экспорт үҙәге субсидияларын администрациялау буйынса Эксперт Ольга Киселева форум ҡунаҡтарына Рәсәй продукцияһының 6 демонстрация-дегустация павильоны хаҡында һөйләне. Уларҙың иң ҙуры Төркиәлә, Вьетнамда, Сәғүд Ғәрәбстанында, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә, Мысырҙа һәм Ҡытай халыҡ Республикаһында булған. Шулай уҡ ул 2023 йылдың 1 октябренән агросәнәғәт комплексы продукцияһын демонстрация-дегустация павильондарында урынлаштырыуға ғаризалар электрон форматта «минең экспортым» цифрлы платформаһы ярҙамында тапшырылыуын билдәләне.

 - Берҙәм тәҙрә системаһы ярҙамында сит ил баҙарҙарына сыға алаһығыҙ, - тине Ольга Киселева.

"Евнат" компанияһының генераль директоры Екатерина Тузовская Экспорт үҙәге һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы ярҙамында "Рәсәйҙә етештерелгән" сертификатын алыуҙың ябайлығын һәм асыҡлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул бөтә процедураның ике аҙнанан да артыҡ ваҡыт алмауын билдәләне. Экспортерҙар клубының «Рәсәйҙә етештерелгән» ултырышы Рәсәй эшҡыуарҙары өсөн мөһим этап була, уларға донъя баҙарында үҙ продукцияһын танытыу өсөн яңы инструменттар бирелә.

 Белешмә:

Халыҡ–ара бизнес аҙналығы - власть вәкилдәрен, бизнес-берләшмәләрҙе һәм төрлө өлкәләрҙән эксперттарҙы берләштергән йыл һайын үткәрелеүсе иҡтисади ваҡиға. XVI халыҡ-ара бизнес аҙналығының программа конференцияһы ултырышы сиктәрендә форумдың эшен 1 декабргә тиклем оҙайтырға ҡарар ителә. Шулай итеп, быйыл 22 ноябрҙән 1 декабргә тиклем Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфөләге «Торатау» Конгресс-холы майҙансығында үтәсәк. Форум сайтында бөтә төп сессияларҙы трансляциялау, шулай уҡ Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2023 тураһында бөтә мәғлүмәт —https://ibw-bashkortostan.com/ сайтында буласаҡ.

Башҡортостан сираттағы тапҡыр ижади саралар ойоштора. Фойела футуристик киләсәккә фараздар концентраторы интерактив шар урынлашҡан. Махсус QR-код буйынса эшҡыуарлыҡ, иҡтисад һәм инвестиция сәйәсәте донъяһында үҙеңдең тойғоларыңа, тәжрибәңә һәм хыялдарыңа таянып, үҙеңдең күҙаллауыңды ҡалдырырға мөмкин. Шулай итеп, форумда ҡатнашыусылар бергәләп иртәгәһе киләсәккә үҙ ҡарашын тәҡдим итәсәк. Әммә был бөтәһе лә түгел әле. Телекүпер Мәскәү менән Өфөнө тоташтырҙы. «Рәсәй» күргәҙмәһендә телекүпер ярҙамында Башҡортостандың ультрафутуристик стендына килеүселәр шулай уҡ 2023 йылғы милли именлек министрлығында  ҡатнаша һәм форумда ҡатнашыусылар менән бәйләнешкә сыға алды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, XVI Халыҡ-ара бизнес аҙналығы программа конференцияһы ултырышы сиктәрендә форумдың эшен 1 декабргә тиклем оҙайтырға ҡарар ителде. Быйыл унда ҡатнашыу өсөн 4000-гә яҡын кеше теркәлгән. Форумда бөтә Рәсәй төбәктәре вәкилдәре, шулай уҡ 21 илдең делегациялары ҡатнаша, улар араһында Белоруссия, Иран, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Тажикстан, Ҡытай, Ҡаҙағстан, Төркиә вәкилдәрен күрергә мөмкин.

 

Халыҡ-ара баҙарҙарға берҙәм тәҙрә: үҙ продукцияһының сифатын нисек раҫларға һәм тиҙ арала экспортлаусы булырға?
Халыҡ-ара баҙарҙарға берҙәм тәҙрә: үҙ продукцияһының сифатын нисек раҫларға һәм тиҙ арала экспортлаусы булырға?
Халыҡ-ара баҙарҙарға берҙәм тәҙрә: үҙ продукцияһының сифатын нисек раҫларға һәм тиҙ арала экспортлаусы булырға?
Халыҡ-ара баҙарҙарға берҙәм тәҙрә: үҙ продукцияһының сифатын нисек раҫларға һәм тиҙ арала экспортлаусы булырға?
Халыҡ-ара баҙарҙарға берҙәм тәҙрә: үҙ продукцияһының сифатын нисек раҫларға һәм тиҙ арала экспортлаусы булырға?
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: