Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Ноябрь 2023, 20:25

Радий Хәбиров Өфөлә Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығының пленар ултырышында сығыш яһаны

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығының пленар ултырышында ҡатнашты. Фекер алышыу майҙансығында республиканы, тотош илде үҫтереү һәм оҙайлы осорҙа сит ил партнерҙары менән үҙ-ара эш итеү мөмкинлектәре тикшерелде. Пленар ултырыштағы сығышында Башҡортостан Башлығы ҡунаҡтарҙы сәләмләне һәм төбәктең тышҡы иҡтисади эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре тураһында һөйләне.

Радий Хәбиров Өфөлә Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығының пленар ултырышында сығыш яһаны
Радий Хәбиров Өфөлә Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығының пленар ултырышында сығыш яһаны

- Йылдан-йыл Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы ҡыҙыҡлыраҡ һәм йөкмәткелерәк була бара. Халыҡ-ара геосәйәси ваҡиғалар контексында был форумдың донъяның төрлө мөйөштәренән бик күп ҡатнашыусыларҙы йәлеп итеүе ҡыуаныслы, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. - Төп партнерҙарҙың береһе – Ҡаҙағстан, ул ҡеүәтле индустриаль державаға әүерелә һәм бөтә донъя менән үҙ-ара эш итә. Беҙҙең тауар әйләнеше арта, үҙ-ара интеграция барлыҡҡа килә.  Беларусь иҡтисади компетенцияларҙы арттыра, бигерәк тә машиналар эшләү өлкәһендә. Шуға күрә Башҡортостан, Ҡаҙағстан һәм Беларусь триадаһы, минеңсә, ҙур үҫеш потенциалына эйә, - тине ул.

Төбәк етәксеһе алыҫ сит илдәр менән үҙ-ара эш итеүҙе билдәләне.

- Ҡытай Халыҡ Республикаһы – беҙҙең өсөн сикһеҙ мөмкинлектәр менән партнер. Халыҡ-ара бизнес аҙналығына беҙҙең төрөк коллегаларыбыҙ ҙа килде. Беҙ улар менән һөҙөмтәле эшләйбеҙ.

Форумда Һиндостан, Бангладеш делегациялары ҡатнашты.

- Улар беҙҙең өсөн яңы партнерҙар, улар менән дә үҙ-ара эш итергә теләйбеҙ, - тине Радий Хәбиров. - Бындай иҡтисади мөнәсәбәттәр тышҡы шарттарға ҡарамай үҫешергә тейеш, тип уйлайым. Төбәкте артабан үҫтереү перспективалары хаҡында һөйләгәндә, республика Башлығы, идара итеү командаһы «Башҡортостан 3.0»де булдырыу өсөн 2030 йылға тиклем стратегия төҙөй башланы, тип билдәләне.

 - Донъя бик турбулентлы. Шуға күрә был программа документын төҙөгәндә беҙ аҙмы-күпме күҙгә күренгән офоҡҡа йүнәлеш алдыҡ. Уның сиктәрендә иҡтисад һәм социаль өлкә менән бәйле төп күрһәткестәрҙе һәм үҫеш маҡсаттарын билдәләйәсәкбеҙ. Әлбиттә, Рәсәйҙең киләсәге һуғыш яланында барған ваҡиғаларға бәйле. Һәм беҙ ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшербеҙ, тип ышанабыҙ, – тип аңлатты Радий Хәбиров. - Шул уҡ ваҡытта беҙ бөтә сит ил партнерҙары менән үҙ-ара эш итергә әҙербеҙ. Сөнки дәүләттәрҙең хеҙмәттәшлеге ахыр сиктә кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Был - төп принцип, беҙ унан сығып эш итәбеҙ. Шуға күрә тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек - дәүләт сәйәсәтенең мөһим өлөшө. Был компонентһыҙ үҫештә уңышҡа өлгәшеү мөмкин түгел, - тине ул.

2018-2019 йылдарҙа Башҡортостанда 800-гә яҡын предприятие тышҡы иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе үҫтергән. Хәҙер улар ике тапҡырға күберәк. Башҡортостан Башлығы республиканың тышҡы иҡтисади эшмәкәрлегенең өҫтөнлөктәрен дә билдәләне.

- Рәсәй федерацияһы санкция баҫымының үтә ҡатмарлы этабын үтте. Беҙ күп нәмәгә өйрәндек һәм башҡаса бындай ышаныслы булмаясаҡбыҙ. Технологик суверенитетты һаҡлап ҡалыу нигеҙендә артабанғы эште төҙөйәсәкбеҙ, - тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. - БДБ илдәре менән дуҫлыҡ һәм яҡшы күршелек мөнәсәбәттәре беҙҙең өсөн мөһим. Бөтә йөкләмәләрен тотороҡло үтәгәндәргә ышанырға кәрәк. Беҙ Азия, Африка, Латин Америкаһы менән хеҙмәттәшлек итеү өсөн асыҡ. Киләсәктә был йүнәлештәрҙә яңы үҫеш нөктәләрен асырбыҙ, тип уйлайым, уларҙың потенциалын беҙ элек баһаламағайныҡ. Һәм, әлбиттә, халҡыбыҙ мәнфәғәтендә, уларҙың именлеге өсөн эшләргә ниәтләйбеҙ.

Ҡаҙағстандың сәнәғәт һәм төҙөлөш министры Канат Шарлапаев төбәк етәкселегенә ҡунаҡсыллығы өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыуға ынтылышын хупланы.

- Ҡаҙағстан Һәм Башҡортостан, тотош Рәсәй – күптәнге партнерҙар. Беҙҙең иҡтисади хеҙмәттәшлек тиҫтә йылдар дауамында үҫешә. Башҡортостан менән делегациялар һәм бизнес-миссиялар менән үҙ-ара алмашыу артабанғы хеҙмәттәшлек өсөн ныҡлы нигеҙ булдырырға мөмкинлек бирҙе, - тине Канат Шарлапаев. - Ҡаҙағстан менән Башҡортостан тәрән тарихи һәм мәҙәни мираҫ аша бәйләнгән. Беҙҙә оҡшаш телдәр, йолалар, аш-һыу бар. Был тығыҙ иҡтисади бәйләнештәр, шул иҫәптән сәнәғәт кооперацияһы төҙөүгә булышлыҡ итә. Киләһе йылда Өфөлә Рәсәй менән Ҡаҙағстандың Төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы үтәсәк. Бергәләп уны юғары кимәлдә ойошторорбыҙ, тип ышанам, - тине ул.

Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Алексей Груздев видеоконференция режимында сәнәғәт кооперацияһын үҫтереү аша илдең технологик суверенитетын нығытыу сәйәсәте тураһында һөйләне.

 - Коронавирус пандемияһы һәм көнбайыш санкциялары индерелгәндән һуң илебеҙ иҡтисадының үҫеүен билдәләйбеҙ. Шул иҫәптән сәнәғәт компетенцияларын үҫтерәбеҙ, яңы тышҡы баҙарҙарҙы әүҙем үҙләштерәбеҙ. Һәм, әлбиттә, яңы тотороҡло кооперация сылбырҙарын булдырабыҙ, тәү сиратта Евразия киңлегендә һәм БДБ–ла, - тип белдерҙе Алексей Груздев. – Тағы бер тренд - сит илдәрҙә Рәсәй компанияларының индустриаль эшмәкәрлеген ойоштороу. Был партнерлыҡтың яңы моделенә яраҡлашырға мөмкинлек бирә, уның сиктәрендә беҙ тауарҙарыбыҙҙы һәм хеҙмәттәребеҙҙе һуңғы ҡулланыусыларға яҡынайтабыҙ.

Пленар ултырышта Ҡытай Халыҡ Республикаһы делегацияһы вәкилдәре лә сығыш яһаны. Мәҫәлән, «Цзянси Оуши Уилли Индустриал» компанияһы идараһы рәйесе Хуан Ши Хуа Башҡортостанда булдырылған инвесторҙарға ярҙам итеү системаһын билдәләне. Ә Ҡытайҙың һанлы активтар институты идараһы башлығы Хуанг Джинган глобаль саҡырыуҙарға һәм көнбайыш иҡтисади баҫымға ҡаршы тороуҙа Рәсәй-Ҡытай хеҙмәттәшлегенең конкурентлыҡ мөмкинлектәренә иғтибар бүлде. Рәсәй Президентының Шанхай Хеҙмәттәшлек Ойошмаһы эштәре буйынса махсус вәкиле Бәхтиәр Хәкимов 10 йыл дауамында Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының эшмәкәрлеге 2025 йылға тиклем үҫеш стратегияһы нигеҙендә төҙөлөүен хәтергә төшөрҙө. Был документ Өфөлә 2015 йылда Шанхай Хеҙмәттәшлек Ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советы ултырышында ҡабул ителде. Ойошманың эш принциптарының береһе - бөтә дәүләттәр һәм халыҡ-ара ойошмалар менән үҙ-ара эш итеү өсөн асыҡлыҡ. Шул уҡ ваҡытта хәҙерге шарттарҙа Шанхай Хеҙмәттәшлек Ойошмаһы ағзалары дәүләт-ара кимәлдә үҙ-ара эш итеү механизмын камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләү өҫтөндә эшләй. Пленар ултырыш аҙағында Башҡортостан Башлығы Халыҡ-ара бизнес аҙналығында ҡатнашыусыларға рәхмәтен һәм партнерҙарҙың киң даирәһе менән берлектә эшләргә әҙер булыуын белдерҙе.

- Республика бөтә һынауҙарҙы ла лайыҡлы үтә. Беҙҙә тотороҡло үҫеште тәьмин итеү өсөн ныҡлыҡ запасы бар. Шул уҡ ваҡытта беҙ ҡул ҡаушырып ултырмайбыҙ, ә алға барыу өсөн ресурстар һәм мөмкинлектәр эҙләйбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. - Бер инструмент - ул халыҡ-ара иҡтисади хеҙмәттәшлек. Беҙ рациональ ҡараш күрһәтәбеҙ һәм республика халҡы мәнфәғәтендә компаниялар һәм ойошмаларҙың киң даирәһе менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер. Һәм тупланған тәжрибә беҙгә билдәләнгән пландарҙы тормошҡа ашырыуға ышаныс бирә.

 

 

Радий Хәбиров Өфөлә Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығының пленар ултырышында сығыш яһаны
Радий Хәбиров Өфөлә Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығының пленар ултырышында сығыш яһаны
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: