Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Ғинуар , 13:30

«Башҡортостан продукты» проекты ҡатнашыусылар һанын 800-гә тиклем арттырырға ниәтләй

Проект эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһе булып дипломанттарҙың продукцияһын республика территорияһында ғына түгел, унан ситтә лә күрһәтеү тора.

«Башҡортостан продукты» проекты ҡатнашыусылар һанын 800-гә тиклем арттырырға ниәтләй
«Башҡортостан продукты» проекты ҡатнашыусылар һанын 800-гә тиклем арттырырға ниәтләй

Бөгөнгө көндә проектта 767 етештереүсе ҡатнаша, шуларҙың 631-е - аҙыҡ-түлек һәм 136-һы башҡа төрлө тауарҙар етештереүсе.

- 28 меңдән ашыу төр продукция «Башҡортостан продукты» билдәһе менән билдәләнә. Проектта ҡатнашыусылар һаны даими артыуы шатландыра. 2023 йылда 120 предприятие проект дипломанты булды, улар араһында республиканың бәләкәй һәм урта ойошмалары, шулай уҡ эре предприятиелары ла бар, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министры Алексей Гусев.

Былтыр “Башҡортостан продукты" 10 сауҙа-һатып алыу конференцияһы ойошторҙо, төбәктән ситтә, атап әйткәндә Яр Саллы, Ырымбур, Ташкент ҡалаларында 3 бизнес-миссия, социаль селтәрҙәрҙә проектта ҡатнашыусыларҙың предприятиелары һәм продукцияһы менән 50-нән ашыу презентация үткәрҙе. Дипломанттар 24 күргәҙмәлә һәм йәрминкәлә, шулай уҡ 7 «Сауҙа мәктәбе» белем биреү сараһында ҡатнашты. Реаль ваҡыт режимында 602 етештереүсе 83 федераль һәм төбәк сауҙа селтәрен һатып алыусылар һәм 32 ресторан бизнесы ойошмаһы менән һөйләшеүҙәр алып бара ала. Етештереүселәр һәм ритейлдың В2В һөйләшеүҙәрендә берлектәге ҡатнашлығы арҡаһында магазиндар республика территорияһында етештерелгән тауар позициялары линейкаһын киңәйтә һәм төрләндерә. Мәҫәлән, бөгөн «Һабантуй» һәм «Байрам» селтәрҙәре ассортиментында республика етештереүселәренең өлөшө уртаса 50 процентҡа етә. Быйыл үткәрелгән сауҙа-һатып алыу сессиялары һөҙөмтәһендә 218 тәьмин итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Проект эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһе булып дипломанттарҙың продукцияһын республика территорияһында ғына түгел, унан ситтә лә күрһәтеү тора.

- Республика етештереүселәренең тауарҙары илдең бар төбәктәрендә лә бар. Проектта ҡатнашыусы 200-гә яҡын кеше үҙ продукцияһын Рәсәй федерацияһы субъекттарына оҙата. Экспортерҙар араһында 30 дипломант бар, - тип өҫтәне Алексей Гусев.

Быйыл төбәк етештереүселәре һатып алыусыларҙы етештереү яңылыҡтары менән ҡыуандырҙы. Мәҫәлән, «Джума ти» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тиҙ әҙерләнә торған продукция - «Борщ» һурпаһы һәм картуф пюреһы, шулай уҡ аш-һыу әҙерләү өсөн универсаль тәмләткестәр тәҡдим итә. «СпецСтройЭнерго» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте баҙарға мангалдарҙа, мунса мейестәрендә һәм усаҡтарҙа яғыулыҡ сифатында ҡулланыу өсөн тәғәйенләнгән ағас-күмер брикеттары менән бокс сығара. «Фабрик Косметик» йәмғиәте Metodologia бренды аҫтында яңы косметик саралар линейкаһын тәҡдим итә. Шәхси эшҡыуар Михаил Григорьев ҡымыҙ нигеҙендә шоколад эшләй. «Эколь» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте продукция ассортиментын балалар керҙәре өсөн ағартҡыс һәм тап сығарыусы порошок менән тулыландырҙы.

Йыл дипломанттар өсөн халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстарында һәм фестивалдәрендә яуланған наградалар буйынса ла уңышлы була. Мәҫәлән, республика етештереүселәре «АгроКомплекс-2023» халыҡ-ара күргәҙмәһендә «Иң яҡшы продукт» конкурсының маҡтаулы наградаларына лайыҡ булды. «Башҡортостан продукты» проектында ҡатнашыусылар «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» республика конкурсы лауреаттары булды. «Башҡорт балы» сауҙа үҙәге яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте «Башҡорт балы» сауҙа маркаһы, төбәк этабында «Яңы заман өсөн көслө идеялар» форумының перспективалы Рәсәй брендтары конкурсы еңеүселәре иҫәбенә инде. Tobbi Kids балалар кер йыуыу порошогы «Эколь» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте «XXI быуаттың бөтә Рәсәй маркаһы (III мең йыллыҡ) сифат билдәһе» конкурсында алтын билдәгә лайыҡ булды. «Башҡортостан продукты» проекты дипломанттарына «Алтын көҙ-2023» күргәҙмәһе программаһы сиктәрендә үткән тармаҡ конкурстары миҙалдары тапшырылды. «Уфачай» йәмғиәте «Йыл эшҡыуары – 2023» республика конкурсының муниципаль этабында еңеү яуланы

“Благосыр” йәмғиәте һәм А.И.Рукавишникова шәхси предприятиеһы Салауат ҡалаһында “Йыл эшҡыуары- 2023” муниципаль конкурсы номинацияһында еңеүсе булды. Республика компаниялары «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары» бөтә Рәсәй конкурсының 4 номинацияһында ла билдәләнде. «Башҡортостан продукты» проектында ҡатнашыусылар «Беҙҙең бренд " төбәк конкурсында дипломдар һәм миҙалдар яуланы. Республика предприятиелары «Туристик сувенир» бөтә Рәсәй конкурсының ІХ Дөйөм Милли финалы лауреаттары булды. «Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты» йәмғиәте «Инновациялар һәм традициялар-2023» бөтә Рәсәй икмәк һәм икмәк-күмәс изделиелары сифаты смотрында еңеү яуланы.

- Проекттың йыл һәм үткән ун йыллыҡ эш осорона йомғаҡ яһап, уның дөрөҫ һәм ваҡытында төҙөлгәненә инанабыҙ. Етештереүселәрҙе берләштереп, төбәк һәм федераль баҙарҙарҙа предприятиеларҙың позицияларын нығытыу маҡсатында уларға ярҙам күрһәтеп, “Башҡортостан продукты" проекты республиканың иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индерә,- ти Алексей Гусев.

«Башҡортостан продукты» проекты ҡатнашыусылар һанын 800-гә тиклем арттырырға ниәтләй
«Башҡортостан продукты» проекты ҡатнашыусылар һанын 800-гә тиклем арттырырға ниәтләй
Автор:
Читайте нас: