Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Апрель , 20:25

Радий Хәбиров урындағы эшҡыуар менән осрашты

Радий Хәбиров эшҡыуар менән аралашҡанда бәләкәй бизнесҡа дәүләт ярҙам сараларын нисек ҡулланыуҙары тураһында ҡыҙыҡһынды.

Радий Хәбиров урындағы эшҡыуар менән осрашты
Радий Хәбиров урындағы эшҡыуар менән осрашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 15 апрелдә Ҡырғыҙ-Миәкәлә “Мегамаркет” сауҙа комплексын барып күрҙе. Уны 2017 йылда эшҡыуар Илдар Мохтаров асҡан.

Магазин көнкүреш техникаһы һәм ауыл хужалығы инвентары һатыуҙа махсуслашҡан. Бинаның бер өлөшөндә - федераль ритейлерҙарҙың береһенең һатыу нөктәһе.

Радий Хәбиров эшҡыуар менән аралашҡанда бәләкәй бизнесҡа дәүләт ярҙам сараларын нисек ҡулланыуҙары тураһында ҡыҙыҡһынды.Төбәк етәксеһе республикала проекттарҙы үҫтереүгә субсидия алыу мөмкинлеге сиктәрендә программалар ҡабул ителеүе тураһында ла иҫкә төшөрҙө.

- Һеҙҙең районда төрлө өлкәлә бәләкәй бизнестың әүҙем үҫешкәнен күрәм, һеҙ урындағы хакимиәттең ярҙамын алаһығыҙ, үҙегеҙҙең бизнес-шәрифегеҙҙе беләһегеҙ. Муниципалитеттарҙа власть эшмәкәрлеге эшҡыуарҙарға уңайлы шарттар булдырыуға йүнәлтелгән дә инде, - тине Радий Хәбиров.

Сығанаҡ: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/176674.html

Радий Хәбиров урындағы эшҡыуар менән осрашты
Радий Хәбиров урындағы эшҡыуар менән осрашты
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: