Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Июнь , 23:15

Мәктәп, ял майҙандары һәм спорт комплексы...

“Инвестиция сәғәте”ндә юл тармағында, мәғарифта һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә яңы проекттар хупланды.

Мәктәп, ял майҙандары һәм спорт комплексы...
Мәктәп, ял майҙандары һәм спорт комплексы...

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте” форматында сираттағы тематик кәңәшмә үткәрҙе. Унда иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең төрлө тармаҡтарында яңы башланғыстар ҡаралды.

«Юкси Парк» компанияһының генераль директоры Татьяна Косенцова, мәҫәлән, Өфөнөң Нуғай ауылында 140 урынлыҡ балалар баҡсаһы менән берләштерелгән 300 урынлыҡ дөйөм белем биреү мәктәбен төҙөү проектын тәҡдим итте.

Уҡыу йортон булдырыуға 546 миллион һум аҡса һалырға планлаштыралар. Балалар баҡсаһын 2026 йылда, ә мәктәпте 2028 йылда сафҡа индереү планлаштырыла. Учреждениеның хеҙмәт коллективы 145 кеше тәшкил итер тип көтөлә. Ауыл биләмәһендә бина төҙөү өсөн потенциаль майҙансыҡ һайлап алынған, шулай уҡ кадастр эштәре үткәрелгән. Республиканың инвестиция комитеты тәҡдим ителгән проектты хупланы. Инвесторға ярҙам саралары сифатында һалым льготалары биреләсәк. Өфө хакимиәте лә ер участкаһын рәсмиләштереүҙә ярҙам күрһәтәсәк.

***

«СПОРТ ЛАЙФ» компанияһы директоры Роберт Байков Өфө районының Зубов ауылында 350 миллион һумлыҡ күп функциялы спорт ҡоролмалары комплексын төҙөү проектын тәҡдим итте. 4,9 гектар майҙанда асыҡ һәм ябыҡ спорт майҙансыҡтары төҙөү планлаштырыла, шул иҫәптән футбол һәм хоккей өсөн. Проекттың беренсе этабын 2025 йылда тамамларға ниәтләйҙәр. Комплекста 90 белгес эшләйәсәк. Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың Инвестиция комитеты проектҡа һалым льготалары менән өҫтөнлөклө статус бирҙе. Өфө районы хакимиәте лә комплекс төҙөү өсөн ер участкаһын рәсмиләштереүҙә ярҙам күрһәтәсәк.

***

103-сө юл эксплуатация предприятиеһы Иглин районы биләмәһендә «Юл производство берекмәһе – Балтика» тип аталған яңы производство майҙансығын булдырырға ниәтләй. 103-сө ДЭП-тың төбәк директоры Михаил Золотов әйтеүенсә, предприятие М-5 «Урал» федераль трассаһын төҙөүгә, ремонтлауға һәм тәртиптә тотоуға бәйле эшмәкәрлек алып барасаҡ. Яңы майҙансыҡта 60-тан ашыу кеше эшләйәсәк. Улар төрлө төҙөлөш материалдары – асфальт-бетон ҡатнашмаһы, битум, ҡырсынташ етештереүҙә ҡатнашасаҡ.

Проектты Башҡортостандың үҫеш Корпорацияһы менән берлектә әҙерләгәндәр. Уны бер нисә этапта тормошҡа ашырырға планлаштыралар. Майҙансыҡты 2026 йылда сафҡа индереү ҡаралған. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 1,5 миллиард һум тәшкил итәсәк. Төбәктең инвестиция комитеты тәҡдим ителгән проектты хупланы. Инвесторға һалым льготалары биреләсәк, шулай уҡ инженер инфраструктураһын булдырыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплаясаҡтар. Иглин районы хакимиәте төҙөлөш өсөн ер участкаһын рәсмиләштереүҙә ярҙам күрһәтәсәк.

***

Ә бына «СтройЗаказ» компанияһы Стәрлетамаҡ районында юл буйындағы сервис комплексын асырға ниәтләй. Уның директоры Евгений Пчелин «Инвестиция сәғәте»ндә  хаҡы 90 миллион һумлыҡ проект тәҡдим итте, ул 37 яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Яңы Отрадовка ауылында төҙөлә башлаған комплекс үҙ майҙандарында төрлө магазиндар һәм дөйөм туҡланыу урындарын урынлаштырырға мөмкинлек бирәсәк. Бер нисә эшҡыуар ошондай ҡыҙыҡһыныу белдергән дә инде. Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың Инвестиция комитеты проектҡа һалым льготалары менән өҫтөнлөклө статус бирҙе. Инвесторға шулай уҡ инженер һәм транспорт инфраструктураһын төҙөүгә сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау ҡаралған.

***

Шәхси эшҡыуар Артур Абдуллин иһә Өфөнөң Дим районында Матур күле буйында ял итеү зонаһын төҙөкләндереү проекты хаҡында һөйләне. Инициативала - ҡунаҡхана, кафе һәм йыһазландырылған пляж менән «Красивая поляна» ял базаһын үҫтереү. Инвестор проектты тормошҡа ашыра башлағас музыкаль кисәләр үткәреү өсөн йәйге геокупол төҙөй, инвентарь менән балыҡсы йорто һәм күл буйында балыҡ тотоу өсөн урындар булдыра. Туристик объектты төҙөүгә инвестицияларҙың дөйөм күләме – 87 миллион һум. Төҙөлөш 2025 йылға тиклем этаплап алып барыласаҡ. Был ваҡытҡа бында 26 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк.

Эшҡыуарҙың пландарында – балыҡсылар өсөн тағы бер йорт төҙөү, ҡышҡы мәҙәни саралар үткәреү форматына геокупол төҙөү, шулай уҡ 25 кеше һыйҙырышлы ҡунаҡхананы яңыртыу. Комплекс биләмәһендә спорт майҙансығы ла асыла.

Ярҙам саралары сифатында республиканың Инвестиция комитеты проектҡа һалым льготалары менән өҫтөнлөклө статус бирҙе.

Мәктәп, ял майҙандары һәм спорт комплексы...
Мәктәп, ял майҙандары һәм спорт комплексы...
Мәктәп, ял майҙандары һәм спорт комплексы...
Мәктәп, ял майҙандары һәм спорт комплексы...
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: