Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Июль , 17:40

Башҡортостан - Беларусь проекттарының үтәлеше тикшерелде

"Иннопром-2024" халыҡ-ара күргәҙмәһе бара.

Башҡортостан - Беларусь проекттарының үтәлеше тикшерелде
Башҡортостан - Беларусь проекттарының үтәлеше тикшерелде

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров «Иннопром-2024» халыҡ-ара күргәҙмәһе сиктәрендә Беларусь Республикаһының сәнәғәт министры Александр Ефимов менән осрашты. Яҡтар берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу нескәлектәрен тикшерҙе.

«Амкодор-Ағиҙел» заводы ике төбәктең флагман проекты булып тора. Завод аграрийҙарға талап ителгән техника һәм ҡорамалдар етештерә. Потенциаль резиденттар иҫәбендә - аккумуляторҙар етештереү өсөн сепараторҙар сығарыу буйынса завод төҙөргә ниәтләгән 1AK-Group холдингы. Киләһе этап - литий аккумуляторҙары етештереү буйынса тағы ла бер завод. Минск автомобиль һәм Өфө трамвай-троллейбустар заводтары берлектәге троллейбустар етештереүгә әҙерлек алып бара. Нефть химияһы продукцияһын ҡойоу һәм төрлө һауыттарға дозалау өсөн ҡорамалдар сығарыу буйынса завод төҙөү планлаштырыла.

Инвестиция мөхитенең сифаты буйынса Башҡортостан Рәсәйҙең Беларусь менән хеҙмәттәшлек иткән иң көслө өс төбәге иҫәбенә инә, тип билдәләне Александр Ефимов.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/24381/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: