Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Июль , 19:45

"КамАЗ" асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек үҫешә

Екатеринбург ҡалаһында «Иннопром-2024» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «КамАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Сергей Когогин менән осрашты. Көн тәртибендә - сәнәғәт автогигантының төбәктең тармаҡ предприятиелары менән хеҙмәттәшлеген киңәйтеү.  

"КамАЗ" асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек үҫешә
"КамАЗ" асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек үҫешә

“КамАЗ” йәмғиәте - Рәсәйҙә ауыр йөк автомобилдәрен етештереүсе иң эре предприятие. Предприятие «Ростех» компаниялар төркөмөнә инә. Башҡортостанда концерндың өс компанияһы: Туймазы автобетон ташыу заводы, «НефАЗ» һәм «БелЗАН» үҙ эшмәкәрлеген алып бара. Производство сылбырына шулай уҡ республиканың 54, шул иҫәптән «Автопласт», «Белорет рессорҙар һәм пружиналар заводы», «Урал пружиналар заводы», «Салауатбыяла», «Стеклонит» предприятиеһы инә.

Башҡортостан Башлығы Сергей Когогинға һәм «КамАЗ» етәкселегенә республика менән үҙ-ара эш иткәне һәм берлектәге проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашырғаны өсөн рәхмәт белдерҙе. Шуларҙың береһе - «Мастер» машиналар эшләү сәнәғәт технопаркы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ул 2023 йылдың декабрендә Туймазы ҡалаһында асылды. Парктың якорь резиденты - Туймазы автобетон ташыу заводы.

«КамАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Когогин билдәләүенсә, Холдинг Башҡортостанда яңы производстволар, шул иҫәптән технопарктар форматында яңы производстволар асыу менән ҡыҙыҡһына. Был инде булған инфраструктураны һәм ресурстарҙы төбәктең бәләкәй һәм урта предприятиеларына ярҙам итеү өсөн файҙаланырға мөмкинлек бирәсәк, шулай уҡ инновацион технологияларҙы үҫтереүгә һәм инвестициялар йәлеп итеүгә булышлыҡ итәсәк. Осрашыу аҙағында яҡтар Нефтекама ҡалаһында Башҡортостан менән «КамАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең  хеҙмәттәшлеген артабан үҫтереү буйынса эшсе төркөм ултырышын үткәрергә ҡарар итте.

https://vk.com/away.php?to=https%3A%2F%2Fglavarb.ru%2Frus%2Fpress_serv%2Fnovosti%2F180585.html&cc_key=





 

"КамАЗ" асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек үҫешә
"КамАЗ" асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек үҫешә
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: