Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Июль , 20:10

Радий Хәбиров: «Иннопром»да ҡатнашыу Башҡортостан предприятиеларының үҫешенә булышлыҡ итә"

«Иннопром-2024» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә республика делегацияһының форумдағы төп эш һөҙөмтәләре, шулай уҡ төбәктең индустриаль тармаҡтарын үҫтереү ҡоралдары хаҡында һөйләне.

Радий Хәбиров: «Иннопром»да ҡатнашыу Башҡортостан предприятиеларының үҫешенә булышлыҡ итә"
Радий Хәбиров: «Иннопром»да ҡатнашыу Башҡортостан предприятиеларының үҫешенә булышлыҡ итә"

 - Башҡортостан йәнә сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге буйынса төбәктәр араһында беренсе урынды алды. Республика йылдан-йыл федераль рейтингта лидерлыҡ позицияһын һаҡлап ҡала аламы?

- Ысынлап та, Башҡортостан сәнәғәт сәйәсәтенең һөҙөмтәлелеге рейтингында өсөнсө тапҡыр беренсе урынды биләй. Беҙҙең эргәлә бик көслө индустриаль төбәктәр булған Мәскәү, Мәскәү өлкәһе. Ысынлап та, айырым серҙәр юҡ. Был сәнәғәттең, тәү сиратта эшкәртеү секторының яҡшы эше. Беҙҙә макроиҡтисади күрһәткестәр яҡшы, ә был интеграль рейтингтың мөһим элементы. Һәм, иң мөһиме, республика быйыл Рәсәй хөкүмәте һәм илдең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы тыуҙырған бөтә ярҙам сараларынан әүҙем файҙалана. Был кластер сәйәсәте, индустриаль һәм технопарктарға ярҙам, федераль сәнәғәтте үҫтереү фондының һөҙөмтәле эше. Беренсенән, предприятиелар булдырыуҙа һәм эшләтеп ебәреүҙә төрлө бюрократик процедураларҙа дуҫтарса интерфейс булдыра. Икенсенән, был һөҙөмтәле ярҙам, шул иҫәптән субсидиялар, поручителлек, залогтар һәм башҡа төрлө финанс ярҙамы. Шуға күрә, минеңсә, Башҡортостанда был йәһәттән предприятиеларҙы үҫтереү, яңыртыу өсөн яҡшы инвестиция мөхите булдырҙыҡ. Дөйөм алғанда, идара итеү командаһының бөтә яйға һалынған эше республикаға беренсе урынды һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә.

 -«Иннопром»да Башҡортостан делегацияһының эш графигы ни тиклем бай? Был майҙансыҡта ниндәй мөһим мәсьәләләр күтәрелде?

 -Бындай форумдарҙа эшләү – ул тәү сиратта беҙҙең эшлекле партнерҙар менән осрашыу һәм аралашыу мөмкинлеге. Беҙ бында «КамАЗ» генераль директоры Сергей Анатольевич Когогин менән һөйләшеүҙәрҙең ҙур раундын үткәрҙек. Нефтекамала республиканың автогигант менән хеҙмәттәшлеген үҫтереү буйынса эшсе төркөм ултырышы уҙасаҡ, тип килештек. «Иннопром»да ҡатнашыу Башҡортостан предприятиеларының үҫешенә булышлыҡ итә. Был беҙҙең ҡаҙаныштарыбыҙ менән таныштырыу һәм яңы партнерҙар эҙләү. Күргәҙмә майҙансығында Башҡортостан экспозицияһының үҙенсәлеге булып төбәк өсөн яңы продукцияны күрһәтеү торҙо. Бер нисә предприятие етәкселәре ярҙамында беҙ төрлө тәғәйенләнештәге электр моторҙары сығарыуҙы яйға һалдыҡ. Улар көнкүреш техникаһы етештереү өсөн кәрәк. Элек беҙ бындай двигателдәрҙе сит илдәрҙән һатып ала инек.

Предприятиларға айына 20-30 мең ошондай изделиелар сығарырға мөмкинлек бирә. Шуныһы мөһим, электр моторҙары өсөн комплектлаусы материалдарҙы ла үҙебеҙ эшләйбеҙ. Шуға күрә уларҙың ҡеүәтен үҙгәртә алабыҙ. Яңы продукция сәнәғәттең башҡа тармаҡтарында ла бар. Беҙ уны бында предприятиеларыбыҙҙы, дөйөм алғанда, республиканың индустриаль секторын үҫтереү өсөн тәҡдим итәбеҙ.

 - Бер йыл элек Башҡортостанда еңел сәнәғәт өлкәһендә һынау лабораторияһы асылды. Бөгөн Росстандарт менән осрашыуҙа станоктар эшләү өлкәһендә яңы һынау үҙәген булдырыу тураһында фекер алышты. Был республикаға нимә бирәсәк?

 - Мин бер нисә тапҡыр еңел сәнәғәт предприятиелары етәкселәре менән осраштым. Уларҙың күбеһе, баҙарға сығырға һәм еңел сәнәғәт изделиеларын һатырға мөмкинлек биргән стандартлаштырыу һәм метрологик һынауҙар өсөн үҙ лабораторияһы етмәй, тип билдәләй. Шул уҡ мәктәп формаһын һынау өсөн кешеләр Мәскәүгә туҡыма өлгөләре менән бара һәм төрлө һынауҙар үтә. Шуға күрә беҙ Росстандарт менән Башҡортостанда ошондай лаборатория асыу тураһында һөйләшеп килештек. Станоктар эшләү - ул күпкә юғарыраҡ аҙым. Беҙ, тәү сиратта, Ростех компаниялары менән, тармаҡты юғары кимәлгә күтәреү өҫтөндә эшләйбеҙ. Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводы үҙ ваҡытында Советтар Союзының да, Рәсәйҙең дә алдынғы предприятиеларының береһе була. Станоктар эшләү юғары аныҡлыҡтағы изделиелар, юғары сифатлы материал һәм эшкәртеү менән ҡатмарлы тармаҡ. Уның үҫеше өсөн төбәктә көслө һынау үҙәге булыуы мөһим. Шуға күрә бындай Росстандарт үҙәгенең Башҡортостанда барлыҡҡа килеүе беҙҙең өсөн ҙур ҡаҙаныш. Был республикала станоктар эшләүҙе үҫтерергә ярҙам итәсәк. Был глобаль һәм етди мәсьәлә.

https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/180602.html



Радий Хәбиров: «Иннопром»да ҡатнашыу Башҡортостан предприятиеларының үҫешенә булышлыҡ итә"
Радий Хәбиров: «Иннопром»да ҡатнашыу Башҡортостан предприятиеларының үҫешенә булышлыҡ итә"
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: