Премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендәге Башҡортостан Республикаһы делегацияһы Абхазия Республикаһына рәсми сәфәрен башланы.
Абхазия-Рәсәй дәүләт сигендә башҡортостандарҙы Абхазия Президенты Аслан Бжания ҡаршы алды.
Яҡтар үҙ-ара иҡтисади бәйләнештәрҙең көнүҙәк мәсьәләләрен ҡараясаҡ, "Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм" проектын тикшерәсәктәр. 2023 йылда льготалы шарттарҙа пилот проекты сиктәрендә ҡояшлы Абхазияны Башҡортостандан 46 пенсионер барып күрҙе.
Сәфәр сиктәрендә делегация республиканың Сухум һәм Гулрыпш райондарында буласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Абхазия Президенты Аслан Бжания Өфөнөң яр буйында халыҡтар дуҫлығы хөрмәтенә колоннада төҙөүҙе тикшерҙе. Колоннада август айында Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеү көндәрендә асыла.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/24451/