Башҡортостанда ағымдағы йылдың тәүге ике кварталында аукциондар үткәреү юлы менән дөйөм майҙаны 13,31 гектар тәшкил иткән 114 ер участкаһы милеккә тапшырылды. Сағыштырыу өсөн: уҙған йылдың ошо уҡ осоронда дөйөм майҙаны 120,6 гектар тәшкил иткән 44 участка һатылды. Ул саҡта муниципалитет бюджеттарына ер һатыуҙан килгән керемдәрҙең дөйөм суммаһы 28 миллион һум тәшкил итте, ә 2024 йылда республиканың килеме өс тапҡырға артты – табыш 101 миллион һумдан ашып китә.
Бюджетҡа керемдәрҙең һиҙелерлек артыуы һатылған ерҙәрҙең структураһы үҙгәреүенә бәйле: 2023 йылда милеккә тапшырылған участкаларҙың күп өлөшө ауыл хужалығы эшмәкәрлеге алып барыу өсөн тәғәйенләнгән, ағымдағы йылда - шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн.
Бынан тыш, импортты алмаштырыу маҡсатында һәм инвестиция проекттары буйынса производстволар ойошторғанда льготалар биреү тураһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарарын ҡабул итеү менән бәйле әйләнешкә йәлеп ителгән ер участкаларының өлөшө артҡан.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/24504/