Башҡортостан Республикаһының төбәк лизинг компанияһы Ҡыйғы районынан икмәк етештереүсегә 3,74 миллион һумлыҡ promteh Kapitan-T изотермик фургонын һатып алыуға финанс ярҙамы күрһәтте. Финанслауҙың дөйөм суммаһы өс миллион һум тәшкил итә
Изотермик фургон һатып алыу кәрәкле температура режимын үтәп, әйберҙәрҙе ташыу мөмкинлеген бирәсәк, бизнес-процестарҙы яҡшыртасаҡ, шулай уҡ эшҡыуарҙың сығымдарын 10 процентҡа кәметәсәк.
Төбәктә «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә лизинг ярҙамы күрһәтелде. Раил Ҡужиндың икмәк-ҡалас продукцияһы балалар баҡсаларына, мәктәптәргә һәм ҙур селтәр магазиндарына оҙатыла. Шулай уҡ эшҡыуар аҙыҡ-түлек менән сауҙа итә.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/24496/