Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Июль , 17:45

Шифахана милли проекттың 182-се ҡатнашыусыһы булды

Туризм өлкәһе предприятиелары «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә адреслы ярҙам ала ала.

Шифахана милли проекттың 182-се ҡатнашыусыһы булды
Шифахана милли проекттың 182-се ҡатнашыусыһы булды

«Ҡарағай» шифаханаһы Башҡортостанда «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектында 182-се ҡатнашыусы булды. Шифахана Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Төбәк компетенциялар үҙәге менән тейешле килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылда 180 миллион һумдан килем менән туризм өлкәһе предприятиелары «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә адреслы ярҙам ала ала.

Бер нисә ай эсендә Башҡортостан шифаханаларында персоналдың хеҙмәтен ойоштороуҙы яҡшыртырға һәм номер фондын тотоу, персонал менән идара итеү, эш стандарттары һәм сервис кимәле, ресторан хеҙмәтләндереүе, номерҙар әҙерләү, ҡунаҡтарҙы урынлаштырыу һәм оҙатыу кеүек өлкәләрҙә һөҙөмтәлелекте арттырыуға өлгәшергә мөмкин.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/24509/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: