Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Июль , 17:15

Урам яҡтыртҡыстары етештерә башлаған

Шәхси эшҡыуар Фәйезова матди-техник базаны нығытыуға йүнәлтелгән 500 мең һумлыҡ грант отто.

Урам яҡтыртҡыстары етештерә башлаған
Урам яҡтыртҡыстары етештерә башлаған

Дәүләт ярҙамы менән Ауырғазы районында урамдар өсөн светодиодлы таҫмалар һәм гирляндалар етештереү асылды. Талбазы ауылынан эшҡыуар үҙенең проектын район хакимиәтендәге «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»нә тәҡдим итте. Бер миллион һум күләмендәге муниципаль субсидия уға ҡорамалдар һатып алыуға сығымдарҙың дүрттән бер өлөшөн ҡапларға ярҙам итә. 

"Фәйезова" шәхси предприятиеһы электромонтаж эштәрен башҡарыу өлкәһендә 2013 йылдан эшләй. Предприятие штатында социаль яҡланмаған категориялы хеҙмәткәрҙәр бар. Социаль предприятие булараҡ, 2021 йылда шәхси эшҡыуар Фәйезова матди-техник базаны нығытыуға йүнәлтелгән 500 мең һумлыҡ грант отто.

Эшҡыуар ҡатын әйтеүенсә, ауыл биләмәләре, муниципаль учреждениелар һәм башҡа компаниялар йыш ҡына биналарҙы һәм байрамдар уҙғарылған урындарҙы яҡтыртыу өсөн гирляндалар ҡуйыу өсөн мөрәжәғәт иткән.

Ҡайһы берҙә, ихтыяж бик юғары булғанда, уға ашығыс рәүештә был төр продукцияны эҙләргә тура килә. Был үҙ производствоһын башлау өсөн стимул була.

«Эшҡыуарлыҡ сәғәте» йомғаҡтары буйынса производство цехы төҙөлөшө өсөн ер участкаһын һайлап алыу варианттарын эшләйҙәр, потенциаль майҙансыҡтарҙы ҡарайҙар, төҙөлөш урынын билдәләйҙәр.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/24511/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: