Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Июль , 15:50

Ике юл яны сервисы төҙөлә

Уларҙың хаҡы 200 миллион һумға торошло.

Ике юл яны сервисы төҙөлә
Ике юл яны сервисы төҙөлә

Башҡортостанда «Азимут» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте дөйөм 200 миллион һум аҡса һалынған ике юл буйы сервисы объектын төҙөйәсәк. Проекттар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа «Инвестиция сәғәте» сираттағы ултырышы сиктәрендә тәҡдим ителде һәм һалым льготалары менән өҫтөнлөклө статус алды.

Шулай уҡ проектты тормошҡа ашырыу өсөн инвесторға сауҙа үткәрмәйенсә ҡуртымға ер участкаһы биреү һәм инженер һәм транспорт инфраструктураһын төҙөүгә сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау планлаштырыла.

Комплекстар магазин, яғыулыҡ-автозаправкалау станцияһы, юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар өсөн туҡталҡа, комплексҡа килеүселәр өсөн ял итеү зонаһын үҙ эсенә аласаҡ. Бер объект - Өфө ҡалаһы яғына, икенсеһе Силәбе ҡалаһы яғына хәрәкәт иткәндә М-5 «Урал» федераль трассаһы буйлап урынлашасаҡ.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/24517/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: